Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
1 Ноябрь 2018, 14:50

Бында һәр бала үҙенә шөғөл таба

Район мәҙәниәт һарайында октябрҙең иң сағыу ваҡиғаларының береһе - Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреүҙең 100 йыллығына арналған байрам уҙҙы.

Юбилей сараһы илдә өҫтәмә белем биреү системаһының тарихы тураһында фильм күрһәтеүҙән башланып китте. Беҙҙең районда был йүнәлештә Пионерҙар йорто, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, “Бейеклек” үҫмерҙәр клубы эшләй.

Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә 1955 йылда Пионерҙар йорто үҙ ишектәрен асты. Эш өс йүнәлештә бара: вожатыйҙарҙы, пионерҙар активын уҡытыу, ҙур күләмле саралар ойоштороу. Тәүгеләрҙән булып авиамоделләштереү, ҙур күләмле саралар ойоштороусылар, фототүңәрәк, ҡул эштәре, мототүңәрәк һәм музыкаль түңәрәктәр эшләй башлай.

1968 йылда Әлшәй районы халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты ултырышында Раевка ауылында музыка мәктәбе асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тәүҙә фортепиано һәм халыҡ уйын ҡоралдары бүлектәре асыла. Баян, думбыра, фортепиано кластары алып барыла. Ул йылдарҙа музыка мәктәбендә уҡырға теләүселәр күп була, әммә уҡырға 40 бала ғына ҡабул итәләр. Бөгөн бында 800-ҙән ашыу бала хорҙа йырларға, халыҡ инструменттарында, фортепиано, ҡурай, гитарала уйнарға, хореографияға, һүрәт төшөрөү сәнғәтенә өйрәнә.

Районда балалар спортына ҙур иғтибар бүленә. Сентябрь башында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе асылыуға 40 йыл тулды. Ул йылдарҙа мәктәп мәҙәниәт һарайында урынлашҡан була. Бына13 йыл инде беҙҙә “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй. Бөгөн балаларҙың бик күп спорт төрҙәре мелән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Йәш спортсылар республика һәм Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһап, миҙалдар һәм бүләктәр яулай.

Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин өҫтәмә белем биреү үҫешенә ҙур өлөш индергән педагогтарға, тренерҙарға һәм ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Һөнәри оҫталыҡтары, фиҙакәр хеҙмәттәре, һайлаған эштәренә тоғро ҡалғандары өсөн алдынғыларға Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ бүләкләү тантанаһын абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты В. А. Нагорный, Республика туризм һәм экскурсиялар үҙәгенең "Балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу" бүлеге мөдире М. М. Ғилметдинова, Мәғарифты үҫтереү институтының "Педагогика һәм психология" кафедраһы өлкән уҡытыусыһы Т. С. Железная дауам итте.

Пионерҙар йорто педагогы, “Тәгәрмәс” мотоклубы етәксеһе А. Г. Ҡайғолов - йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” билдәһе, Пионерҙар йортоноң балалар хәрәкәте буйынса методисы Р. Ф. Низамова һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы А. С. Еникеев БР Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был көндө бик күп остаздар һәм мәғариф ветерандары исеменә изге теләк һүҙҙәре яңғыраны, бүләктәр һәм сағыу гөлләмәләр тапшырылды, ә залда ултырыусылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде.

Районда өҫтәмә белем биреүгә нигеҙ һалған ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Музыка мәктәбе тарихы тураһында уның беренсе директоры Н. Х. Рәхмәтуллин, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хаҡында Р. М. Сәмерханов, спорт даны музейын ойоштороусы С. Б. Тажиев, ауыр атлетика мәктәбенә нигеҙ һалыусы Р. Н. Әхмәтов һөйләп үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән үҙҙәренең педагогтарын һәм тренерҙарын ҡотлау өсөн өҫтәмә белем биреү учреждениеларының элекке уҡыусылары ла ҡайтҡайны.

Йәш артистар ҙа музыкаль ҡотлауҙарын бүләк итте. Раевка балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, халыҡ уйын ҡоралдары балалар оркестры, хореография бүлеге уҡыусылары сығыш яһаны. Сәхнәнән ҡурай моңо ла ағылды. “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре ҡатмарлы гимнастик элементтар һәм көрәш буйынса күрһәтмә сығыштары менән сағыу шоу күрһәтте.

Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында балалар бик күп яңы асыштар яһай. Уларҙың һәр көнө төрлө саралар, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттарға бай. Педагогтар уларҙың бала сағы күңелле үтһен, тормоштары сағыу төҫтәр менән балҡыһын өсөн ал-ял белмәй тырышып эшләй.

Башҡа фотоларҙы сайтыбыҙҙың ФОТО бүлегендә "Өҫтәмә белем биреүҙең 100 йыллығына ҡарата" рубрикаһында ҡарағыҙ.

Читайте нас: