Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
26 Октябрь 2018, 11:45

Ер эштәре тамамлана

Бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө планға ярашлы бара.

Билдәләп үтелеүенсә, был спорт комплексы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” юбилей проекты сиктәрендә төҙөлә. Проектҡа ярашлы, унда 25 метрлы йөҙөү юлдары булған бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол, мини-футбол буйынса күнекмәләр өсөн спорт залы буласаҡ. Объект республикаға 112 миллион һумға төшәсәк.

Сентябрь башында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы эргәһендәге стадион территиорияһында буласаҡ спорт объектына нигеҙ ташы һалыу тантанаһы уҙҙы – әлшәйҙәр күптән көткән төҙөлөшкә“СФ-15 БНЗС” генераль подрядсы старт бирҙе. Был ваҡыт эсендә бик күп эштәр атҡарылды.

- Бөтәһе лә план буйынса бара, хатта алдараҡ та, - ти прораб Александр Кузнецов, төҙөлөш барышы менән таныштырып. – Нигеҙ соҡорона ҡағылышлы ер эштәре тамамланды тиһәң дә була. Бер үк ваҡытта тимер колонналар аҫтына монолит бағаналы фундаменттар урынлаштырабыҙ. Унан һуң терәк стенаһын нығыта башлаясаҡбыҙ. Яңы йылға тиклем 30 млн һум аҡсаны үҙләштерәсәкбеҙ.

Кадрҙарға килгәндә иһә, беҙҙә башлыса урындағы төҙөүселәр эшләй. Улар бөтәһе лә тәжрибәле, киләһе йыл сентябрь айына районда бассейн булһын өсөн тырышып эшләйҙәр, - ти Александр Николаевич.

Объекттың бөгөнгө күренеше.

Читайте нас: