- Комиссия үтеү өсөн запасҡа сығарылмаған, саҡырыуҙан кисектереү менән файҙаланмаған һәм хәрби хеҙмәт үтеүҙән азат ителергә сәбәптәре булмаған 1991-2000 йылғы егеттәр саҡырыла, - тип билдәләне Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Яблонский. – Уларҙың бөтәһе лә саҡырыу ҡағыҙында күрһәтелгән көндө хәрби комиссариатҡа килергә тейеш.
Вадим Петрович хеҙмәт итеү срогынының үҙгәрмәүен билдәләне – егеттәр элеккесә 12 ай хеҙмәт итәсәк. Юғары һәм урта һөнәри белемле йәштәр элеккесә бер йыл хеҙмәт итеү урынына ике йылға контракт төҙөй ала.
Хәрби комиссариатта шулай уҡ “ҡыҙыу линия” телефондарын хәтергә төшөрҙөләр, армияға саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре түбәндәге телефондар буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Республиканың хәрби комиссариаты: 8 (347) 228-02-92 (консультация-хоҡуҡ пункты), 276-65-76 (юридик бүлек), 253-13-48 (граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу пункты), 248-29-31 (контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты);
Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы: 8 (347) 250-05-10;
Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссариаты: 8 (34754) 2-38-03, 2-38-71;
ашығыс психологик ярҙам: 8-800-7000-183.