Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
18 Октябрь 2018, 15:01

Тиҙ үҙгәреүсән ай

Көҙҙөң тәүге айы – сентябрь беҙгә йылы, матур көндәр, ямғырҙар, көмөшһыу үрмәксе ауҙары һуҙылған “әбейҙәр сыуағы”н да бүләк итте.

Элек-электән туйҙар тап ошо айҙа күпләп үткәрелгән, сөнки сентябрҙә мул уңыш килтергән йәй тамамлана һәм ул ҡышты туйындырыусы тип иҫәпләнгән. Әллә боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә ышанып, әллә башҡа сәбәптәр менән районыбыҙҙа ла ошо ваҡыт арауығында 29 пар ғаилә ҡорған, был уҙған йыл кимәленә ҡарата 12-гә күберәк. Айырылышыуҙар һаны кәмегән (14), былтыр - 16.
Һуңғы айҙар менән сағыштырғанда, сентябрҙә малайҙар күберәк тыуған (19), ҡыҙҙар – 18. Бер әсә яңы тыуған сабыйына Гор тип исем биргән. Боронғо славяндар популяр булған был исемде малайҙарға көслө рухлы һәм сәләмәт булып үҫһен тигән өмөт менән ҡушҡан.
Сентябрҙә беҙҙә шулай уҡ Лев, Лукьян, Әхмәт, Таһир, Айзиләләр донъяға килгән. Иң популяр исемдәр - Кирилл, Йәсминә, Амелия, Эмилия, Морат, Арыҫлан.
10 ғаиләлә – беренсе, 16-һында икенсе сабыйҙары тыуған, 9-ында – өсөнсө, икеһендә дүртенсе балалары донъяға ауаз һалған.
Астрологтар фаразлауынса, йылдың был алтын айында тыуған балалар тыныс һәм ҡыҙыҡһыныусан, әммә сентябргә оҡшап, тиҙ үҙгәреүсән холоҡло була. Ҡыҙҙар үҙһүҙле булыуҙары менән айырылып тора. Әйткәндәй, улар ҙа, башҡа ҡыҙҙар кеүек, матур кейем һәм иғтибар үҙәгендә булырға ярата. Малайҙарҙа бала саҡтан уҡ тормошҡа оптимистик ҡараш формалаша.
Зодиак билдәләренең батыр һәм игелекле һаҡсыһы – Эт көсһөҙ һәм нахаҡҡа йәберләнгәндәрҙе яҡларға һәр вакыт әҙер. Был һыҙаттар Һары Эт йылында тыуған балаларға ла хас.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сентябрҙә 20 ир һәм 15 ҡатын-ҡыҙ баҡыйлыҡҡа күскән. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик ауырыуҙар үлемгә килтереүсе төп сәбәптәр булып тора.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: