Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
14 Сентябрь 2018, 13:26

Имран, Герман, Ибраһим, Илария...

Яңы тыуған сабыйҙарына әлшәйҙәр бына шундай һирәк осраған исемдәр ҙә бирә.

Йәйҙең иң йылы һуңғы айы – август та үтеп китте, уны халыҡта төрлөсә атайҙар, йышыраҡ мул уңыш айы ла тиҙәр. Сөнки был ураҡ, ҡараңғы төндәр, бәшмәк айында бар нимә лә өлгөрә. Ә йылдың һигеҙенсе айына был атама Рим императоры Октавиан Август хөрмәтенә бирелгән. Быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих, ә беҙ көн темаһы – статистикаға күҙ һалайыҡ һәм был айҙың әлшәйҙәр өсөн ниндәй булыуын асыҡлайыҡ. Был йәһәттән беҙгә, һәр ваҡыттағыса, район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина ярҙам итер.
-Тыуыу тураһында 32 акт яҙмаһы төҙөлгән,был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 10-ға аҙыраҡ. 14 малай һәм 18 ҡыҙ донъяға килгән. Июлдә, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 45 сабый – 22 малай һәм 23 ҡыҙ тыуғайны. Бы юлы ата-әсәләр сабыйҙарына Милана, Самира, Рания, Эмиль, Давид, Ярослав кеүек һирәк осрай торған һәм шулай уҡ популяр исемдәр ҙә бирҙе, - тип сөйләй Лариса Тәминдәр ҡыҙы. – Алты ғаиләлә – беренсе, 13-өндә – икенсе, 5-һендә – өсөнсө, береһендә – дүртенсе, тағы ла бер ғаиләлә бишенсе бала тыуған.
Был мауыҡтырғыс сәйәхәттәр, сихри төндәр, эҫе ҡояш һәм хуш еҫле сәскәләр айында ЗАГС бүлеге белгестәре өсөн ҡыҙыу осор башлана. Августа 48 (!) пар никахын теркәгән. Йәштәрҙең күбеһе төрлө билдәләргә, шул иҫәптән һандар тылсымына ла ышана, ә улар тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Быйыл 8 августа (был көндө 5 никах теркәлгән) һәм 18 августа 12 пар яҙмыштарын бергә бәйләгән. Һигеҙле һаны уңыш, именлекте символлаштыра, ул ғаилә тормошона тотороҡлоҡ, тыныслыҡ килтерә, тип һанала, тимәк, никах ныҡлы һәм бәхетле буласаҡ.
Әлбиттә, был юрамыштарҙың дөрөҫлөгөн ваҡыт күрһәтер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был айҙа айырылышыуҙар ҙа булған. 16 ғаилә пары никахын тарҡатҡан. Ә үткән йылдың был осоронда - 8.
5 кеше исемен үҙгәртергә ҡарар иткән, уларға һуңғы йылдарҙа тупланған документтарҙың барыһын да алмаштырырға тура киләсәк.
43 кеше (2017 йылда – 57) яҡты донъя менән хушлашҡан. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик ауырыуҙар үлемгә килтереүсе төп сәбәптәр булып тора.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: