Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
22 Август 2018, 11:32

Тәү сиратта - хәүефһеҙлек

Районда малдарға тулы идентификация үткәреү дауам итә

Бөгөн райондағы, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиеларындағы һәм фермер хужалыҡтарындағы бөтә эре һәм ваҡ малдар биркаланған. Һандар менән әйткәндә, был 15986 баш һыйыр малы, 13756 баш ваҡ мал, 661 – сусҡа һәм 507 ат. Был хайуандарҙың һәр береһенең үҙ шәхси номеры бар, ул RegAgro системаһында теркәлгән.

Россельхознадзор әҙерләгән яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, был номерҙан башҡа теге йәки был малды һатыу, ит өсөн салыу, страховкалау йәки банкка залогҡа һалыу мөмкин булмаясаҡ. Ләкин күптәр мал иҫәбен алыу һалым һалыу маҡсатында ғына үткәрелә тип хәүефләнә. Малдарға идентификацияның ни өсөн үткәрелеүе һәм бөтә илдәге малдарҙың берҙәм мәғлүмәт базаһы ни өсөн булдырылыуы тураһында район ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил Шәриповтың һөйләүен үтендек.

- Билдәле булыуынса, үткән бөтә малдарға идентификация үткәреү өсөн йыл аҙағында Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә ауырыуы теркәлеү сәбәп булды. Ул райондарҙағы халыҡҡа был ысын фажиғәгә әүерелде, уның эҙемтәләре тағы ла бик оҙаҡ йылдар үҙен һиҙҙерәсәк әле. Идентефикация мал хужаларына ҡарата яңы һалымдар индереүҙе күҙ уңында тотмай, уның төп маҡсаты – хәүефһеҙлекте тәьмин итеү.

- Аңлауымса, идентификция номеры буйынса мал тураһында бөтә мәғлүмәтте белергә мөмкин буласаҡмы?

- Тап шулай. Әгәр кешеләргә бик күп документтарҙан (паспорт, медицина страховкалауы полисы, СНИЛС һ.б.) файҙаланырға тура килһә, һыйыр йәки һарыҡҡа ни бары бер идентификация номеры ла етә. Унда тыуыу (йәки ҡайтартыу) көнө һәм урыны, малдың тоҡомо, тышҡы ҡиәфәте, ауырыуҙары, диагностик тикшеренеүҙәр, ветеринар эшкәртеүҙәр һөҙөмтәләре, уның хужалары тураһында яҙма буласаҡ – ул мәғлүмәттәр базаһына ла индереләсәк.

Система мал иҫәбен алып барыу ғына түгел, селекция эшен сифатлы үткәреү мөмкинлеге лә бирә. Бынан тыш, йыш ҡына шундай хәлдәр ҙә була, кемдеңдер малы сәсеүлектәргә инеп, игенде тапап сыға. Ғәйеплене табып булмай – фараз ителгән хужа килтерелгән зыянды ҡапламау өсөн үҙ малынан баш тартырға ла риза. Малдар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларында ла шул уҡ хәл. Был проблемалар хәҙер үткәндәрҙә ҡаласаҡ. Мәғлүмәттәр базаһы ярҙамында малдың кемдеке булыуын уны урлаған осраҡта ла мөмкин.

- Һыйырҙарҙың ҡолағына – биркалар, аттарға – тамға – был аңлашыла. Ә бал ҡорттарына тамға һалыу процедураһы нисек үтәсәк, сөнки Россельхознадзор әҙерләгән яңы ветеринария-санитария ҡағиҙәләренә ярашлы, киләһе йылдан башлап идентиификация ваҡ йорт хайуандарына – эттәргә, бесәйҙәргә лә ҡағыласаҡ бит.

- Ауыл хужалығы министрлығы бойороғо проектына ярашлы, бер беш малға ла, бер төркөм хайуандарға ла тамға һалыу мөмкин буласаҡ. Мәҫәлән, бал ҡорттарына килгәндә – тамға умарталарға һалына, ә ветеринария-санитария паспорты бөтә умарталыҡҡа тапшырыла.

Ауыл халҡына тағы ла шуны әйткем килә, яңы тыуған хайуандарҙы ла ваҡытында иҫәпкә ҡуйыу зарур. Был хаҡта, тәү сиратта, уларҙың хужалары хәстәрлек күрергә тейеш. Биркаларға сығымдар (уларға ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә заказ бирергә мөмкин) ҙур түгел, әммә уларҙың булмауы бик күп сығымдарға килтереүе ихтимал. Артабан биопрепараттар һәм вакциналар теркәлгән малдарға ғына бүленәсәк.

Бөгөн RegAgro системаһында 3727 баш һыйыр малы, 3573 баш ваҡ мал, 95 ат, федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында 507 сусҡа теркәлгән.


Читайте нас: