Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
14 Август 2018, 11:55

Башҡортостанда Белем көнө - 1 сентябрҙә

Быйыл уҡыу йылы Мәскәү уҡыусылары өсөн 1 сентябрҙә түгел (ул шәмбегә тура килә), ә дүшәмбе, 3 сентябрҙә башланасаҡ.

Башҡортостан уҡыусылары иһә ике көнгә алдараҡ – 1 сентябрҙә уҡый башлаясаҡ.

“Быйыл Белем көнө шәмбегә тура килгәнлектән, ата-әсәләр балаларын үҙҙәре мәктәпкә алып бара алыуҙарына ҡәнәғәт булыр, тип уйлайым”, - тип белдерҙе республиканың Мәғариф министрлығы министры Гөлназ Шафиҡова.

“Башинформ”.