Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
13 Август 2018, 17:38

Донъяға киләбеҙ, ғашиҡ булабыҙ, өйләнешәбеҙ...

Июль айындағы статистика мәғлүмәттәре ниндәй?

Июль дә һиҙелмәй үтеп китте. Йәй уртаһы булған был гүзәл миҙгелдә рәхәтләнеп һыу ҡойондоҡ, еләк йыйҙыҡ, ҡыҫҡаһы,был ай эҫе көндәре менән дә, һалҡынса һауа торошо менән дә хәтерҙә ҡалды.

Июль айындағы статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике балалары булған бер ғаилә ике Ладия һәм Лидия исемле игеҙәк ҡыҙҙар алып ҡайтҡан. Әлшәйҙә был айҙа бөтәһе 45 бала донъяға килгән, шуларҙың 22-һе – малайҙар һәм 23-ө – ҡыҙҙар. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 12 балаға күберәк. Былтыр 10 малай һәм 23 ҡыҙ тыуғайны. 10 ғаиләлә – беренсе, 15-ендә – икенсе, 16-һында – өсөнсө һәм 4 ғаиләлә дүртенсе һәм унан күберәк балалары тыуған.

Республикалағы кеүек, районыбыҙҙа ла Артем, Әмир, Асҡар, Кирилл, Богдан, Эмиль, София, Арина, Амелия һәм Милана кеүек исемдәр популяр булып ҡала. Бер сабыйға киң билдәле футболист хөрмәтенә Ренальд тип исем ҡушҡандар. Һирәк булһа ла, Ранил, Фидан, Дмитрий, Кемаль, Айза, Эсмира,Хадиджа һәм Юлиана исемдәре лә осрай.

Биш йыл бергә йәшәгәндән һуң никахтарын тарҡатҡан ғаилә парҙары быйыл йәнә мөнәсәбәттәрен законлаштырған. Район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина әйтеүенсә, бөтәһе 29 никах теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 пар айырылышырға ҡарар иткән. Үткән йылдың шул уҡ осорона ундайҙар ни бары бишәү генә ине.

Был осорҙа никахта йәшәүселәр тарихында ҡыуаныслы хәл булды. Июнь айының һуңғы көндәрендә 85 йәшлек “кейәү егете” (ул бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән) 63 йәшлек ҡатынға өйләнгән.

Бер ҡатын ире менән айырылышҡандан һуң ҡыҙ фамилияһына күсергә ҡарар иткән, был фамилия уны бәхетлерәк итер, тип уйлай.

Тормош дауам итә. Кемдер тыуа, өйләнә, ғашиҡ була, кемдер фани донъя менән хушлаша. Пенсия йәшенә лә етмәй 36 ир һәм 60 йәштән өлкән 28 ҡатын вафат булған. Был үткән йылдың июле менән сағыштырғанда 20 кешегә күберәк. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йәнә үлем сәбәптәре булараҡ теркәлгән.

Читайте нас: