Райондың тәжрибәле умартасыларының береһе Р. Ноғомановтың умарталығы элекке Берлек ауылынан алыҫ түгел Ыҫлаҡ ауылы ситендә бейек-бейек йүкә ағастары үҫкән, хәтфә йәшел үләнле, ә һауаһы болон сәскәләре еҫе менән тулған матур аҡланда урынлашҡан.
Уның әйтеүенсә, был матур тәбиғәт ҡосағында йүкә, донник һәм көнбағыш кеүек баллы үҫемлектәр бар. Һауа торошо һәйбәт булһа, шифалы һәм татлы ризыҡһыҙ ҡалмаясаҡһың. Тик бына йүкә сәскә атҡан ваҡытта ямғырҙар йышайып, эшһөйәр һәм егәрле бал ҡорттары бик оса алмаған.
- Әгәр үткән йылдарҙа умартасылар йәйге миҙгелдә өсәр тапҡыр бал айыртһа, быйыл иһә бер генә тапҡыр, - ти Рафиҡ Рәфәғетдин улы. – Балды күберәк алыу өсөн умарта күстәрен яңыртып торорға тырышабыҙ. Өс йыл элек кейәүем Бөрйән районынан урта рус тоҡомло алты умарта пакеты алып ҡайтты. Ә быйыл Иглин районынан краин тоҡомло дүрт пакет һатып алдым.
Рафиҡ Рәфәғетдин улы кесе йәштән атаһына умарталарҙы күсерергә ярҙам иткән, төтәткес алып килгән, кәрәк булһа, бал айыртҡыс тотҡаһын әйләндергән... Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, оҙаҡ уйлап тормай, Өфө районындағы 4-се Михайловка һөнәрселек училищеһына документтарын тапшыра һәм шунда умартасы һөнәре нескәлектәрен өйрәнә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1978 йылда “Коммунист” колхозында эшләй башлай. Һәм сирек быуат ауыл хужалығы предприятиеһы (һуңғы йылдарҙа ул “Эко-Агро” тип йөрөтөлә) тарҡалғанға тиклем бөтә көсөн һалып хужалыҡ умарталығында хеҙмәт һала. Был йылдар дауамында үҙенең дә умарталығын булдыра. Алты баланан тик ул ғына ғаилә эшен дауам итә. Рафиҡ Ноғоманов атаһының ҙур булмаған умарталығын һаҡлап күс һанын 100 башҡа тиклем арттырыуға өлгәшә.
Өс тиҫтә йылдан ашыу Ыҫлаҡ участка дауаханаһында, һуңынан амбулаторияла шәфҡәт туташы булып эшләгән тормош юлдашы Вәсилә Гәрәй ҡыҙы ла умартасылыҡта тәжрибә туплай. Бал айыртыу осоро еткәс, ҡыҙҙары Лена менән Лилиана ғаиләләре менән ярҙам итергә ҡайта.
Вәсилә апай ҡунаҡсыл хужабикә һәм изге күңелле өләсәй ҙә. Рафиҡ Рәфәғетдин улы менән ике ейәнен һәм ике ейәнсәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Әйткәндәй, өлкән ейәнсәрҙәре Элина, өләсәһе һөнәрен һайлап, быйыл Башҡортостан медицина университетына уҡырға инде.
Вәсилә Гәрәй ҡыҙы шулай уҡ сәскә үҫтерергә ярата. Йорт алдарында күҙҙе ҡамаштырырлыҡ рауза, петуния, лобелиялар, төрлө төҫтәге бакоптар һәм истомалар тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Аллы-гөллө сәскәләрҙең орлоҡтарын ул Өфөнөң махсус магазиндарынан һатып ала. Иртә яҙҙан йәшелсә культуралары һәм яратҡан сәскәләре үҫентеләрен ултырта. Ауылдың 280 йыллығын билдәләгәндә уларҙың ихатаһы иң матуры тип табылыу осраҡлы түгелдер.
Вәсилә һәм Рафиҡ Ноғомановтар ҡул ҡаушырып ултырырға яртамай, ғаилә бизнесын уңышлы алып бара. Уларға биолог та, ботаник та, ветеринар ҙа, балта оҫтаһы һәм электрсы ла булырға тура килә. Рафиҡ Рәфәғетдин улы үҙе умарталар, рамдар яһай, бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарҙан дауалай, үләндәрҙең һәм сәскәләрҙең шифалы үҙенсәлектәрен яҡшы белә. Баҙарҙа уның һитә балын, прополис, сәскә һеркәһе, балауыҙ һәм кәрәҙҙәрен ҙур теләк менән һатып алалар. Рафиҡ Рәфәғетдин улы шифалы продукцияһын Мәскәүгә, Свердловск өлкәһенә һәм Себергә лә алып бара.
Кәрәҙҙәрҙә – хуш еҫле бал.