Был хәүефле ауырыуҙың таралыу ҡурҡынысы юҡмы”, - һуңғы арала редакциябыҙға ошондай шылтыратыуҙар йышайып китте. Был һорауға беҙ “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәтенең баш ветеринария табибы О. В. ЯКОВЛЕВАНЫҢ яуап биреүен үтендек.
- Эйе, майҙансыҡтар биохәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп урынлаштырылған. Бөгөн предприятие ете производство бинаһынан: себештәр аҫралған ике майҙансыҡтан, әтәстәр һәм тауыҡтар тотолған дүрт майҙансыҡтан һәм органик ашлама әҙерләү һәм зыянлаған ҡош-ҡортто тикшереү һәм артабан утилләштереү эштәре башҡарылған бер майҙансыҡтан тора. Улар араһындағы алыҫлыҡ - 1 километр, цехтары араһында 10 км тәшкил итә. Һәр майҙансыҡ ҡойма менән уратып алынған, был үҙ сиратында территорияға хайуандарҙың үтеп инеүенә юл ҡуймай. Территорияға ингән транспортҡа ентекле дезинфекция үткәреү өсөн “таҙа” дезбарьер өҫтәмә рәүештә рамка менән йыһазландырылған. Юлдар ҙа шулай уҡ “таҙа” һәм “бысраҡ”ҡа бүленгән, транспорт юлдары киҫешмәй. Производство корпустары ҡырағай ҡош-ҡорттоң үтеп инеүенән һаҡлана, вентиляция люктары махсус рәшәткәләр менән ҡапланған. Ҡыҫҡаһы, ойошма территорияһында күсмә ҡоштар оя ҡорорлоҡ шарттар юҡ.
- Производство корпусына инер алдынан һәр кем санитар пропускник аша үтә: шәхси кейемдәрен “бысраҡ” зонала ҡалдыра, гигиена средстволарын ҡулланып душта йыуына, “таҙа” зонала махсус кейем кейә һәм шәхси һаҡланыу средстволарын ҡуллана. Производство корпусында туҡланыу, тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Ҡош-ҡортто медицина тикшереүе үткән персонал ғына хеҙмәтләндерә.
Аҙыҡҡа килгәндә иһә, заводта етештерелгән, ҡош-ҡорт ауырыуҙарын тыуҙырыусы вирустарҙы юҡ итеүҙе тәьмин иткән температурала термик эшкәртеү үткән тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡ ҡулланабыҙ. Ҡош-ҡорттоң сираттағы партияһын урынлаштырыу алдынан биналарға тулы дезинфекция үткәрелә. Предприятиела вакцинопрофилактика схемаһы эшләнгән, Башҡортостан фәнни-производство ветеринария лабораторияһында ла, шулай уҡ үҙебеҙҙең лабораторияла сир тыуҙырыусы вирустарҙы асыҡлауға лаборатор тикшеренеүҙәр үткәрелә.
- Ҡошсолоҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәрендә ҡош-ҡорт аҫрау тыйыла. Әңгәмәләшеү барышында беҙ был шарт тураһында һәр кемде иҫкәртәбеҙ һәм эшкә ҡабул иткәндә һәр хеҙмәткәр йорт хужалығында ҡош-ҡорт булмауы тураһында расписка яҙа. Хәүефһеҙлек хеҙмәте квартираларҙа һәм йорт хужалыҡтарында ҡош-ҡорт булыу-булмауын даими тикшерә, бындай осраҡтар асыҡланһа, хеҙмәткәргә ҡарата тейешле саралар күрелә.
Район халҡын тынысландырырға теләйем: “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәте яғынан ҡош-ҡорт киҙеүе таралыу хәүефе янамай.