Һөнәри байрамдары – Тимер юлсылар көнө алдынан беҙ етәксе Андрей Викторович Леонтьевтың юл машина станцияһы эше тураһында һөйләүен үтендек.
- 148-се ПМС “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең юл ремонтлау буйынса бөтә Үҙәк дирекцияһының иң ҙур юл станцияһы булып тора. Предприятиеға механика цехы, өс юл колоннаһы, рельс-шпал селтәрен йыйыу һәм стрелкаларҙы күсереү участкалары, ваҡ таш карьеры, 800 метрлы рельс теҙмәләрен транспортировкалау участкалары, элек 36-сы рельстар сваркалау поезы составында булған һәм яңынан тергеҙелгән юл рельстар сваркалау машиналарын эксплуатациялау һәм көйләү участкалары инә.
Беҙҙә 2018 йылда һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. Предприятиеға беренсе категория бирелде, был иһә беҙҙең бөтә Куйбышев тимер юлы буйынса тимер юл полотноһын ремонтлауҙың иң күп көс талап итеүсе һәм ауыр төрҙәре менән шөғөлләнеүебеҙҙе аңлата. Шуға бәйле, предприятиеға өҫтәмә юл техникаһы, хәрәкәт составы тапшырылды, хеҙмәткәрҙәр штаты 200-гә артты. Бөгөн тимер юлында 497 кеше эшләй. Эштәр 3-5 тәүлекле “тәҙрәләр” режимында башҡарыла. Ремонтланыусы юл участкаһы поездар хәрәкәте өсөн тулыһынса ябыла. Был ваҡыт эсендә беҙ иҫке рельс-шпал селтәрен һүтәбеҙ, ер полотноһы соҡойбоҙ, яңы рәшәткә ҡуябыҙ, ваҡ таш түшәйбеҙ, 25 метрлы рельстарҙы 800 метрлыға алмаштырабыҙ, махсус юл машиналары менән юлды тигеҙләйбеҙ, йәғни “бәрхәт юл” төҙөйбөҙ. Юл мастерҙары Марат Хәбибуллин һәм Максим Алексеев етәкселегендәге бригада ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Шулай уҡ юл монтерҙарынан үҙ эшенә яуаплы ҡараған Фәһим Әхмәтов, Ринат Ғәзизов, Люциә Кашапова, Рөстәм Әхмәтшин, Илдар Ғәлиев, Максим Калачев, Павел Хрящиков һәм Илвир Сәйәховтарҙы билдәләп үтке килә.
Айырым колонна стрелкаларҙы алмаштырыу менән шөғөлләнә. Юл мастерҙары Вячеслав Есаков һәм Юрий Калинин етәкселегендә юл монтерҙары Евгений Литовченко, Алексей Луценко, Михаил Ряхов, Әҙил Әләүетдинов, Руслан Янбаев, Олег Гаврюшов һәм башкалар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Анжелика Глазкова поездар яҡынлашыуын һәм хеҙмәткәрҙәрҙе үҙ ваҡытында юлдан сығарыуҙы күҙәтә. Бөгөн йыллыҡ пландың күп өлөшө үтәлде, Инйәр-Тюльма участкаһында эштәр башҡараһы ҡалды. Тәүге квартал йомғаҡтары буйынса беҙгә тимер юл селтәрҙәре араһында беренсе урын бирелде. Был уңышҡа беҙ бөтә 148-се ПМС коллективының, бигерәк тә эҫе йәй көндәрендә һәм ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа ла, ямғыр һәм ҡар яуғанда, көндөҙ ҙә, төндә лә эшләргә тура килгән юлсыларҙың фиҙакәр һәм тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә ирештек.
Төрлө юл машиналары менән тәьмин ителеүгә ҡарамаҫтан, юлдарҙы ремонтлағанда ҡул хеҙмәте лә күп ҡулланыла әле. Бындай ауыр эшкә күптәр сыҙамай, тимерҙәй, иң көслөләр генә тороп ҡала. 148-се ПМС коллективы һәр ваҡыт берҙәмлеге һәм һөнәри оҫталығы менән айырылып торҙо. Бындай коллективҡа әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған элекке етәксебеҙ Виктор Викторович Некрасов нигеҙ һалды. Һәм бөгөн дә бында яуаплы, юғары квалификациялы, эш өсөн янған етәкселәр һәм белгестәр хеҙмәт һала, остазлыҡ традициялары күҙәтелә, инициатива күрһәтеү һәм ижади оҫталыҡ хуплана. Коллектив йыл һайын йәш кадрҙар менән тулылана, эшсе һөнәрҙәргә эйә була, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем ала.
Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бөтә коллективыбыҙға рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы һаулыҡ, һөнәри уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.