+14 °С
Болотло
Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк. Күп кенә әлшәйҙәр берәҙәк эттәрҙең үҙҙәрен агрессив тотоуына бәйле борсолоу белдерә, балаларының ғүмере өсөн хәүефләнә. Был проблемаға нисек сик ҡуйырға? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- Быйыл беҙҙең фирма Әлшәй районы территорияһында хужаһыҙ йорт хайуандарын тотоу һәм аҫрау буйынса аукционда еңеп сыҡты. Хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе ваҡытлыса аҫрау буйынса приют Бүздәк ауылында урынлашҡан, - тип хәбәр итә эшҡыуар Айҙар ХӨСНӨТДИНОВ. – Беҙ заявкаларға ярашлы эшләйбеҙ. Үҙегеҙҙең ауыл биләмәһенә шылтырата, йәки хужаһыҙ эттәр тураһында 8-937-166-9847 телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.