Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
21 Июнь 2018, 18:58

Йәшәү һуты бирер ғәзиз ер!

Яңы Ҡыпсаҡ халҡы шаулап-гөрләп ауылдарының 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Һандуғастар өҙөлөп һайрар
Йәшел туғайҙар иле!

Матур тәбиғәтле, хозур ерҙәрҙе үҙ иткән бөгөнгө яңы ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары. Күҙ күреме етмәҫ иркен ялан-ҡырҙар, мең төрлө үлән, сәскә еҫенә тулған һулап туйғыһыҙ саф һауа, дөрөҫ, хәҙер инде күпкә һайыҡҡан, әммә элекке замандарҙа алҡынып ташҡан таҙа һыулы Йөҙболан йылғаһы.

Бәләкәй генә ауылда оло байрамдар һирәк үткәрелһә лә, алыҫ араларҙы яҡынайтып, туған-тыумасаһын күрергә, нәҫел-нәсәбен барларға ҡайтҡан яҡташтар бик күп ине. Халыҡ әкренләп килә торҙо, таныш һуҡмаҡтарҙы байҡаны, урамдарҙы күҙҙән үткәрҙе, күптәр ҡыҙыҡһынып шәжәрә ағастарын ҡараны.

Ә юбилей тантанаһына тырышып әҙерләнгән ҡыпсаҡтар. Өйҙәр төҙөк, урамдары иркен, ҡапҡа-рәшәткәләре сағыу төҫтәргә буялған, бер һүҙ менән әйткәндә, күҙгә күренеп матурланған ауыл. Бер аҙ ҡалҡыуыраҡ ерҙә урынлашҡан клуб бинаһы эргәһендәге ҙур майҙанда тирмә ҡоролдо, тамашасыларға эскәмйәләр ҡуйылды, сауҙа рәттәре, “Тыуған ауылыма – 90 йыл”, “Аҡсулпан мәктәбе тарихы”, “Ауылымдың оҫта ҡулдары” тип аталған күргәҙмәләр эшләне. Байрам тантанаһы ауыл тарихын сағылдырған театрлаштырылған тамашанан башланып китте.

Ата-бабалар нигеҙен ҡоротмай

...Диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан уңдырышлы ерҙәрҙе эшкәртеү маҡсатында 1928 йылда бер төркөм ағай-апайҙар, йәмғеһе 24 ғаилә, дөйөм йыйылышта һөйләшеп-кәңәшләшеп бер ҡарарға килгәндән һуң хәҙер инде 255 йыллыҡ сал тарихы булған Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан, Калинин исемендәге коммунанан айырылып сыға һәм ошо урындарға нигеҙ ҡороп, яңы тормош башлап ебәрә. Һәр ғаиләгә өй һалыу өсөн 15-әр сажин ер бирелә.

Тырыш хеҙмәт, уйын-көлкө менән йыл артынан йылдар үткән, халыҡ иген сәсеп, мал аҫрап көн күргән, үҙҙәренән артҡанды Эстәрле, хатта Златоуст баҙарына тиклем барып етеп, кәсеп тә иткәндәр. Балалар һаны ла артҡан, 1948 йылда ауылда тәүге мәктәп асыла, ун йылдан һуң икенсеһенә нигеҙ һалына, ә 1992 йылда инде мәктәп, медпункт һәм клубты үҙ эсенә алған яңы бина үҙ ишектәрен аса.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо бәләкәй генә ауылдан типһә тимер өҙөрлөк 23 ир-егет фронтҡа китә, әммә уларҙың 14-е утлы яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡала. Дошманды ҡыйратып, иҫән-имен ҡайтҡан ветерандар башҡалар менән бер рәттән тыныс тормошта лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, балалар үҫтереп тырышып ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Яңы Ҡыпсаҡта бер генә һуғыш ветераны ла юҡ, тыл эшсәндәренән дә ауылдың иң оло ағинәйе Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Иманғолова ғына иҫән.

Эйе, ауылдың тарихы, данлы үткәндәре Ватаныбыҙ тарихы менән тығыҙ бәйле, халҡы ла ил күргәнде күреп, ҡайғы-шатлыҡтарын бергә уртаҡлашып дуҫ һәм татыу йәшәгән.

Йылдар үткән, заманалар ҙа үҙгәргән, бөгөн инде Яңы Ҡыпсаҡта ата-бабалары нигеҙен ҡоротмай, ҡасандыр ошо бәрәкәтле ергә килеп ултырыусыларҙың балалары, ейәндәре данлы эштәре, изге ғәмәлдәре менән ауыл йылъяҙмаһына үҙ өлөшөн индерә. Бында әле 41 йорт иҫәпләнеп, 193 кеше йәшәй. Бөтә өйҙәргә лә “зәңгәр” яғыулыҡ ингән, әммә социаль объекттарҙан клуб һәм медпункт ҡына ҡалған. Күптәр, әлбиттә Себер тарафтарында эшләй, йәштәр ҙә ҡала юлын тапай, әммә ауылда ҡалғандар ҙа юҡ түгел. Тыуған төйәгенә тоғро булып, хеҙмәтте үҙ итеүселәр генә бәхетте ситтән эҙләмәй, үҙ нигеҙен үҙ ерендә ҡоралыр ул. Халыҡ башлыса шәхси хужалыҡта күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тотоусылар ҙа бар, уңдырышлы ерҙәрендә картуф, сөгөлдөр үҫтерәләр. Ошоға өҫтәп, бында һәр йортҡа уртаса алтышар баш һыйыр малы тура килеүен дә әйтһәң, яңы ҡыпсаҡтарҙың уңғанлығына һәм тырышлығына һоҡланып, тел шартлатырға ғына ҡала. Күптәр, бик күптәр өсөн матур өлгө һәм сағыу миҫал был!

Эшкә батыр,

Йыр-моңға ла маһир

Ә сәхнәлә байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ауыл халҡын күркәм байрам менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Р. Х. Ғәзизов һәм ҡыпсаҡтарҙың тарихын архив мәғлүмәттәргә таянып өйрәнеүсе отставкалағы полковник Р. Ш. Ғәбитов ихлас тәбрикләне. Был көндө ауылдаштары менән осрашыуға гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафтарынан ҡайтҡан яҡташтар һағыныу сәләмдәрен еткереп, моңло йырҙарын бүләк итте, бер-бер артлы район мәҙәниәт һарайы артистары һәм урындағы таланттар, музыканттар һәм бейеүселәр сығыш яһаны. Эштә генә түгел, йыр-бейеүҙә лә ал бирмәй икән ҡыпсаҡтар!

Артабан инде төрлө номинацияларҙа билдәләп үтелгән ауылдаштарын көслө алҡыштар менән тәбрикләп, бүләкләүҙәр тантанаһы башланды. Иң өлгөлө йорт һәм иң матур гөлләмә баҡсаһы хужалары тип Айгөл һәм Ғәлимйән, Гөлнара һәм Азамат Сәмиғуллиндар танылһа, мәғариф ветераны Зөһрә Әхмәтова - “Ауылдың иң хөрмәтле кешеһе”, Зәйтүнә инәй Фазлыәхмәтова - “Ауыл тарихын яҡшы белеүсе”, Светлана һәм Вәли Шайморатовтар – “Иң татыу ғаилә”, Ләйсән һәм Руслан Яҡуповтар – “Иң йәш парҙар”, Лидия һәм Рифҡәт Татлыбаевтар – “Оло йөрәкле ата-әсә”, Миләүшә Шайморатова – “Иң сабыр әсә” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ татыу ғаилә парҙары Зилә һәм Хөсәйен Шайморатовтарҙы, күп балалы әсә Гүзәл Сафина, иң шәп малайҙар үҫтереүсе Миниса Ниғмәтуллина, “ҡайнар нөктә”ләрҙә хеҙмәт иткән яугир-интернационалистар Вәғиз Әхмәтйәнов һәм Азамат Сәмиғуллинды ла ҡотлап үттеләр. Быйыл күркәм ғүмер байрамдарын билдәләгән юбилярҙар, ауылдың иң оло һәм иң кесе граждандары, аш-һыу, ҡул эше оҫталары, моңло тауышлы йырсылар, хатта иң яғымлы өләсәйҙәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдың һәр кешеһе тиерлек ниндәйҙер бүләккә лайыҡ булды. Сәхнәнән шулай уҡ сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән, ауылым, тип янып-көйөп йөрөгән Зәлиә һәм Сабит Сәмиғуллиндар, Зәйтүнә Шәрәфетдинова, Исмәғил Татлыбаев, Рәүеф һәм Вилдан Шайморатовтар, Зөһрә Иманғолова, Зилә Татлыбаева, Илгиз Һәм Булат Шәрәфетдиновтар, Гөлзәминә Шафиҡова, Лилиә Сафина һәм ситтә йәшәгән яҡташтар исеменә лә маҡтау һүҙҙәре яңғыраны. Район хакимиәтенә, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе һәм мәҙәниәт йорто коллективтарына, яҡын-тирә ауылдарҙан байрам менән тәбрикләргә килгән йырсылар, бейеүселәргә лә сикһеҙ рәхмәтле аҡсулпандар.

Эйе, эйе, рәсми исеменән тыш, халыҡ телендә йәшәгән ошондай атамаһы ла бар Яңы Ҡыпсаҡтың. Һәр иртә ҡояш сығышы яғынан ҡалҡҡан сағыу таң йондоҙо – Сулпан менән сағыштырып, күрше Тәүәтәй, Һарыш, Себенле ауылдары халҡы әле лә уны Аҡсулпан тип йөрөтә. Туғанлыҡ хистәрен һүрелтмәй, быуындар бәйләнешен һаҡлаған, тәпәй баҫҡан ерендә гөрләтеп донъя көткәндәрҙе, ошо төбәктә тыуып үҫеп, бөгөн сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарҙы ҡурсалап, бәхетле яҙмыштар юраһын, аҙашҡандарға юл күрһәтеүсе яҡты бер маяҡ булһын, әйҙә, көмөш Сулпан йондоҙо!


Читайте нас: