1941 йылда фронтҡа алынған Әбдрәшит ауылы егете - 17 йәшлек Зәки Сафиндың яҙмышы тураһында ла 75 йыл буйы бер кем бер нәмә белмәй. 1941 - 1944 йылдарҙа 13-сө кавалерия корпусы, 3-сө кавалерия полкының 27-се дивизияһы составында һуғышҡан атаһы Шәкүр Закир улы ла Зәкиҙең яҙмышы хаҡында бер нәмә лә белмәй. Яралангас, яугир тыуған яғгына әйләнеп ҡайта.
Һалдаттың ҡустыһы Зәкәриә хәтирәләренән: “1941 йылда миңә 6 йәш ине. Зәки ағайым фронтҡа киткән көндө яҡшы хәтерләйем. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле ине ул. Мин уның көләс йөҙөн һәм матур күҙҙәрен онота алмайым. Хушлашҡанда ул барыбыҙҙы ла ҡыҫып ҡосаҡланы. Мине һәм һеңлем Розаны күтәреп алғас илап ебәрҙе”.
Әсәһе Вәспикамал инәй һөйләүе буйынса, Зәки Сталинград фронтында һуғышҡан. Өйөнә ебәргән хаттарҙың береһендә ул: "Баш особоҙҙа ҡара ҡоштар оса...” тип яҙған. Ҡара ҡоштар тип ул немец авиацияһын атаған. Өсмөйөшлө һалдат хаттарына “хәрби цензура” тигән мөһөр һуғылған. Был хат хәбәрһеҙ юғалған кешене эҙләү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булды. Эҙләнеү барышында беҙ тағы бер Зәки Сафинды таптыҡ, ул да - Әбдрәшиттән. Әммә уны Мәскәүҙәге пересыльный пунктҡа ебәргәндәр, был Зәкиҙең хәрби юлына тап килмәй, сөнки яугир Сталинградтан һуң Украинаға эләгә һәм шунда хәбәрһеҙ юғала.
2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Халыҡ хәтере” сайты эшләй башланы, ул заманса интерактив инструменттар һәм “Мемориал”, “Халыҡ ҡаһарманлығы” сайттарының берләштерелгән мәғлүмәттәрен тулыландырыу иҫәбенә халыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирҙе.
“Халыҡ хәтере” проекты сиктәрендә, беренсе тапҡыр интернет селтәренә Ҡыҙыл Армия фронттарының, армияларының һәм башҡа хәрби ҡушылмаларҙың 425 мең архив материалы ҡуйылды. Пионерҙар йортоноң “Эҙләнеү” студияһы уҡыусылары хәбәрһеҙ юғалған һалдат тураһында түбәндәге мәғлүмәтте тапты: “1942 йылдың февралендә ойошторолған II дәрәжә Суворов орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Запорожье 244-се уҡсылар дивизияһы, Зәки уның составында һуғышҡан, Красноармейскиҙан Острогожскка күсерелә. Шул уҡ йылдың майында 28-се армия составында - Харьков операцияһында, 1943-сө йылдың февралендә фашистар ҡамап алған Юрьевск районы өсөн алышта ҡатнаша.
Әммә документтарҙа хаталар ҙа була. Зәкиҙең атаһының исеме - Шәкүр, ә фронттан килгән хәбәрҙәрҙә Зәки Шәхур улы тиелгән. Әсәһе Вәспикамал Минияр ҡыҙы В. С. Сафина тип яҙылған була.
Һуғыш йылдарында бик күп исемдәрҙең, атаһының исеме, фамилияларҙың дөрөҫ яҙылмауы асыҡланды. Бар мәғлүмәтте кешенең әйткәндәренән генә яҙғандар. Ә татар һәм башҡорт исемдәре яҙылышы буйынса бик ҡатмарлы.
Тимәк, Сафин Зәки Шәкүр улы 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Әлшәй районының Әбдрәшит ауылында тыуған. 1941 йылда район хәрби комиссариатынан фронтҡа оҙатыла. Ҡыҙылармеец булған, һуңғы хеҙмәт иткән урыны – 244-се уҡсылар дивизияһы. 1943 йылдың 25 февралендә 19 йәшендә Украина ССР-ның Днепропетровск өлкәһе Юрьевка хуторы янында хәбәрһеҙ юғалған. Иҫәп картаһына ярашлы, Туғандар ҡәберлегендә 98 кеше ерләнгән, шуларҙың 97-һенең исеме билдәһеҙ. Билдәһеҙҙәр араһында Зәки Сафин да булған, хәҙер инде ул - билдәле. 1953 йылда Туғандар ҡәберлегенә “Каскалы яугир” һәйкәле ҡуйылған.