Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
6 Июнь 2018, 12:19

Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән өсөн

Район прокуратураһы “Дим-Урал” йәмғиәте эшмәкәрлегендә ер аҫты байлыҡтары тураһындағы закондарҙың үтәлешен тикшерҙе.

БР Экология министрлығынан үҙ ихтыяждары өсөн генә киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы алыуға белешмәһе булып, ауыл хужалығы производствоһы өсөн муниципаль ерҙәрҙе арендаға алған фирма сит кешеләргә 240 куб. м ҡом сығарыуға рөхсәт биргән.

Район прокуратураһы “Дим-Урал” йәмғиәте етәксеһенә ҡарата административ эш ҡуҙғатты, уға 20 мең һум штраф һалынды. Бынан тыш, тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән 36734 һумлыҡ зыянды түләттереү тураһында дәғүә ебәрелде. Суд прокурор талаптарын нигеҙле тип тапты һәм уларҙы тулы күләмендә ҡәнәғәтләндерҙе.

А. ХАФИЗОВА,

район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Читайте нас: