Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
10 Апрель 2018, 12:06

Һалдат ҡайышы билдәрҙә

Башҡортостандан 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге биш меңгә яҡын егет армияға алынасаҡ. Улар иҫәбендә 60 әлшәйле лә бар.

Апрель башында хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды, ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостандан 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге биш меңгә яҡын егет армияға алынасаҡ. Улар иҫәбендә 60 әлшәйле лә бар.

Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссариаты саҡырыу ҡағыҙы алғандарҙың комиссариатҡа медицина тикшереүе үтеү өсөн килергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ быйылғы саҡырылышта әллә ниндәй үҙгәрештәр булмауын һәм егеттәрҙең элеккесә бер йыл хеҙмәт итәсәктәрен дә белдерҙеләр. Юғары һәм урта һөнәри белемле егеттәр ике йылға контракт төҙөй ала.