Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
4 Апрель 2018, 17:32

Ҡоштар ҡанатында яҙ килеүен күрҙем...

Тиҫбе тарта ҡояш, Бөрөләргә сиртеп, Наҙҙан улар, иҙрәп, Киткән була бүртеп.

Тиҫбе тарта ҡояш,

Бөрөләргә сиртеп,

Наҙҙан улар, иҙрәп,

Киткән була бүртеп.

***

Апрелдә иҫтәлекле көндәр
1 – Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
Геологтар көнө.
Көлкө көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
6 – Халыҡ-ара спорт көнө.
7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
Һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған диңгеҙселәрҙе иҫкә алыу көнө.
8 – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө.
Пасха байрамы.
10 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа – 90 йәш (1928).
11 – Фашист концлагерҙары тотҡондарын халыҡ-ара азат итеү көнө.
12 – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө.
13 – Меценатлыҡ һәм хәйриә көнө.
Миғраж кисәһе.
14 – Прозаик Агиш Ғирфановтың тыуыуына - 90 йыл (1928-1999).
15 – Экологик белем көнө.
18 – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи ҡомартҡылар көнө.
Яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына – 125 йыл (1893-1938).
20 – Донорҙар көнө.
21 – Урындағы үҙидара көнө.
22 - Ер көнө.
23 – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуҡтары көнө.
24 – Халыҡ-ара йәштәр теләктәшлеге көнө.
26 – Радиация һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
Нотариат көнө.
27 – Рәсәй парламентаризмы көнө.
28 – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Гөлсәсәк Шәриповаға – 60 йәш (1958).
29 – Халыҡ-ара бейеү көнө.
30 – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Бәраәт кисәһе.
ҺЫНАМЫШТАР
Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.
Апрелдең алтыһында аяҙ булһа – йәй ҡоро килер, болотло булһа – иген уңыр.
Алтынсы апрель Хызыр Ильяс ҡамсыһын һелтәй, имеш.
Апрель баштарында торна тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор.
Апрель артыҡ йылы булһа – май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.

Читайте нас: