Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
27 Март 2018, 19:09

Йөрәк әрней ауыр юғалтыуҙан

Кемеровола сыҡҡан янғында бик күп кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың да ғүмере өҙөлөүен ишетеп, йөрәктәребеҙ әрней.

Кемеровола сыҡҡан янғында бик күп кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың да ғүмере өҙөлөүен ишетеп, йөрәктәребеҙ әрней.

Йәкшәмбе көндө Кемерово үҙәгендәге дүрт ҡатлы “Ҡышҡы сейә” сауҙа- күңел асыу үҙәге янып китә. Һанаулы ғына минуттарҙа бинаның бер ҡатын ялҡын ялмап ала. Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса 64 кеше һәләк булған, уларҙың күбеһе – балалар. Тоташ ғаиләләр, туғандар, синыфташтар ут эсендә ҡалып, һәләк булған...

Фажиғә урынына барған Президент Владимр Путин белдереүенсә, иғтибарһыҙлыҡ һәм вайымһыҙлыҡ кешеләр үлеменә килтергән. Сеанс ваҡытында кинозалдар ишектәренең бикле булыуы, запас сығыу юлдарының буш булмауы, һүндерелгән янғын сигнализацияһы... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем булған фажиғәләр беҙҙе бер нимәгә лә өйрәтмәй, һабаҡ бирмәй шул. Пермдәге – “Хромая лошадь”, Ҡазанда – “Адмирал”, Өфөлә – “Европа”... Хәҙер инде бына “Ҡышҡы сейә”.

Бөтә илде тетрәндергән был янғындан һуң республикабыҙҙа, бөтә төбәктәрҙәге кеүек, күмәк халыҡ йыйылған урындарҙы тикшереү башланды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сауҙа үҙәктәренең, концерт залдарының хәүефһеҙлеген тикшерергә һәм коррупция күренештәрен асыҡлауға бәйле документацияны өйрәнергә ҡушты. “Был – ысын мәғәнәһендә коррупция, уның иң аяуһыҙ сағылышы”, - тип, Кемероволағы хәлгә баһа бирҙе республика Башлығы. Бындай ҡот осҡос фажиғәләр бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине. Кемеровсылар, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, беҙ һеҙҙең менән...

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: