Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
18 Март 2018, 16:26

Яңауыл биҫтәһендә тауыш биреүселәр күп

Бөгөн Раевка ауылының 829-сы һайлау участкаһында ла иртән-иртүк халыҡ күп йыйылғайны. Сәғәт 8-ҙә колледждың ишектәре асылыу менән һайлау бюллетендәре алырға хатта сират хасил булды.

Бөгөн Раевка ауылының 829-сы һайлау участкаһында ла иртән-иртүк халыҡ күп йыйылғайны. Сәғәт 8-ҙә колледждың ишектәре асылыу менән һайлау бюллетендәре алырға хатта сират хасил булды.

- Беҙҙең Яңауыл биҫтәһендә 2070 кеше тауыш бирә, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Ф. В. Солтанов. – Алдан, әлбиттә, ҙур әҙерлек эше атҡарылды, һаулығы торошо буйынса тауыш бирергә килә алмағандарҙы ла иҫәпкә алдыҡ. Бөгөн, мәҫәлән, 29 һайлаусы өйөндә генә Рәсәй Президентын һайлаясаҡ. Беҙҙә шулай уҡ 25 йәш һайлаусы, 30 йәшкә тиклемге 445 кеше тауыш бирәсәк.

Ә Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка филиалына бер-бер артлы машиналар килеп туҡтай, халыҡ ағымы ла өҙөлмәй. Һайлау дауам итә...

#УчастОКБашкортостанАльшеевскийрайон#БудущееЗаНами

Читайте нас: