Әлшәйҙәр үҙ участкаларында тауыш биреүҙе дауам итә. 15 сәғәткә 20060 кеше, йәғни һайлаусыларҙың 63, 97 проценты үҙ хоҡуғынан файҙаланды.
Ғариза буйынса 514 кеше һайланы. Һәр ваҡыттағыса, ауылда йәшәүселәр, атап әйткәндә, Мәндән, Ташлы, Байдаковка, Балғажы, Ташкисеү ауылдары халҡы әүҙемлек күрһәтә (80 процент).