2018 йылдың 6 мартына ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, һайлаусылар исемлегенә 3 043 583 кеше индерелгән. Республикала 3398 стационар һайлау участкаһы һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участка (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) эшләй.
Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көрәшә.
Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.