Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
18 Март 2018, 14:09

Һайлау тыныс шарттарҙа үтә

Раевка ауылының Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында урынлашҡан 823-сө һайлау участкаһында сәғәт 10-да һайлаусыларҙың 15 проценты тауыш биргәйне инде.

Раевка ауылының Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында урынлашҡан 823-сө һайлау участкаһында сәғәт 10-да һайлаусыларҙың 15 проценты тауыш биргәйне инде. Комиссия рәйесе Т. В. Горячева әйтеүенсә, тауыш биреү тыныс шарттарҙа, закон боҙоуҙарһыҙ үтә, йәмәғәт күҙәтеүселәре яғынан да иҫкәрмәләр юҡ.

- Беҙҙең участкала бөтәһе 1461 кеше Рәсәй Президентын һайлай, әйтергә кәрәк, халыҡ был мөһим сәйәси сараға яуаплы ҡарай, күптәр ғаиләләре менән һайлауға килә. Бөгөн беҙҙә шулай уҡ 15 йәш һайлаусы, бер кеше ғариза буйынса тауыш бирә, - ти Татьяна Владимировна.