Иҫке Аҡҡолай ауылында бер генә сара ла был әүҙем, дәртле һәм һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа уҙмай.
«Умырзая» вокаль ансамбле составында сығыш яһап, улар ауылдаштарын күңелдәргә үтеп инерлек моңло йырҙары менән әсир итә. Бына бөгөн дәүләт башлығын һайлауға ла 842-се һайлау участкаһына улар бергәләп килде.