- Көндөҙгө 12-гә беҙҙең участкала 296 кеше, йәғни һайлаусыларҙың 58 проценты тауыш бирҙе, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Г. Ф. Һәүбәнова. - Бөтәһе 512 кеше Рәсәй Президентын һайлаясаҡ, уларҙың 13-ө бөгөн тәүге тапҡыр үҙ конституцион хоҡуғынан файҙалана.
Һайлауға беренсе булып хаҡлы ялдағы Нурия Сәлих ҡыҙы Әғзәмова килде, ул ойоштороусыларҙан иҫтәлекле бүләк тә алды. Уның еңел ҡулы менән бөгөнгө мөһим сараға шундай яҡшы старт бирелде лә инде.
Өфө педагогия колледжы студенты Гөлзирә Зиннәтуллина бөгөн беренсе тапҡыр тауыш бирҙе. Был көндө уға һәм башҡа йәш һайлаусыларға блокноттар бүләк иттеләр .
28 кеше өйҙәрендә тауыш бирәсәк, улар - инвалидтар һәм оло йәштәгеләр .