Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
27 Февраль 2018, 12:32

Һаман һыҙлай әле яралар...

Район үҙәге паркында, Ватаныбыҙҙан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөндә, тағы ла бер һәйкәл асылды.

Район үҙәге паркында, Ватаныбыҙҙан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөндә, тағы ла бер һәйкәл асылды.

Егерме туғыҙ йыл элек, бөтә Советтар Союзы буйлап төрлө ҡала һәм ауылдарға Афғанстандан хаттар килеү туҡталды. Тир һәм ҡан, дары еҫе һеңгән, әммә һуғыш тураһында бер генә һүҙ ҙә яҙылмаған, ғәҙәти һалдат хеҙмәте хаҡында “ҡоро” ғына хаттар ине улар. Ошо минуттарҙа меңдәрсә әсә һәм атайҙарҙың йөрәге ярһып типте, ә бер нимәгә лә ҡарамай, ҙур ышаныс менән түҙемһеҙләнеп улдарын көткәндәрҙең күңелендә өмөт сатҡыһы уянды. Совет Ҡораллы көстәре тарихындағы иң оҙайлы һуғыш бына шулай тамамланды.

Әлшәйҙең йөҙҙән ашыу яугире Афған һуғышының утлы юлдарын үтте. Һалдаттарыбыҙ башҡа дәүләттәрҙә лә интернациональ бурысын намыҫ менән үтәне, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, “ҡайнар нөктәләрҙә” илебеҙ мәнфәғәтен яҡланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәрби бәрелештәр эҙһеҙ уҙманы. Әлшәйҙән 12 егет, интернациональ бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды. Улар – Шариков Александр Николаевич, Йосопов Вәхит Вәсиғ улы, Мөҙәрисов Рауил Исмәғил улы, Вәлиәхмәтов Ҡәнзәфәр Рәшит улы, Һиҙиәтуллин Айҙар Айрат улы, Ғәбиҙуллин Рәсүл Фәрит улы, Ғимранов Илвир Салауат улы, Ибраһимов Ринат Рифғәт улы, Орехов Владимир Алексеевич, Нафиҡов Баян Әмир улы, Абдуллин Риф Рәшит улы, Марченко Петр Владимирович.

Был көндө уларҙы хәрби дуҫтары, туғандары һәм яҡындары хөрмәтләп, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Бына оҙаҡ көтөлгән тантаналы минуттар етте. Преображенский полкы маршы аҫтында Стәрлетамаҡ кадет мәктәбе кадеттары хәрби байраҡты алып сыға. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, хәрби комиссар Вадим Яблонский, пулемет һәм снаряд тауыштарын китаптан уҡып ҡына түгел, ә ул ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәргән ветеран, яугир-интернационалистар советы рәйесе Шамил Йосопов, Чечня һуғышында ҡатнашҡан ветеран яугирҙәр советы рәйесе Зәбир Фәйзуллиндың сығыштары бик тулҡынландырғыс булды. Сарала шулай уҡ райондың почетлы ветерандары – Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте полковнигы, Афғанстан юлдарын үткән Петр Забатурин, абруйлы ҡунаҡтар – республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әхәт Бакиров, яугирҙәрҙең хәрби дуҫтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Тирә-яҡҡа залп тауыштары яңғырай. Һәйкәл япмаһы асылғас, алдыбыҙҙа ҡарашы алыҫҡа төбәлгән, ҡулына автомат тотҡан бронза һалдат һыны пәйҙә була. Уңда һәм һулда ике мәрмәр плита, унда һәләк булған яугир-әлшәйҙәрҙең исемдәре уйып яҙылған. Ҡан ҡойғос һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫкә алып йыйылыусылар таҡтаташ алдына ал ҡәнәферҙәр һала.

Ике ай элек район үҙәгендәге паркта сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылһа, бөгөн иһә локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәм яугир-интернационалистар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ул тулыһынса ветеран-афғандар аҡсаһына төҙөлдө. Был изге эштә районыбыҙҙың Булат Төхвәтуллин етәкселегендәге сик буйы һаҡсылары ла ҙур ярҙам күрһәтте.


Читайте нас: