Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
13 Февраль 2018, 11:29

Бюллетендә – һигеҙ фамилия

Уҙған аҙнала илебеҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттар теркәүҙе тамамланы һәм 18 марттағы һайлауҙарға һайлау бюллетене тексын раҫланы.

Уҙған аҙнала илебеҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттар теркәүҙе тамамланы һәм 18 марттағы һайлауҙарға һайлау бюллетене тексын раҫланы.
Бюллетендә алфавит тәртибендә һигеҙ кандидаттың фамилияһы буласаҡ. Исемлек башында - Сергей Бабурин, икенсе – Павел Грудинин, өсөнсө – Владимир Жириновский, дүртенсе – Владимир Путин, бишенсе – Ксения Собчак, алтынсы – Максим Сурайкин, етенсе – Борис Титов һәм һигеҙенсе булып Григорий Явлинский тора.
Документтың өҫкө өлөшөндә уны тултырыу тәртибе аңлатыла. Һәр фамилияға ҡаршы кандидаттың тыуған йылы, йәшәгән урыны, биләгән вазифаһы һәм уны тәҡдим иткән субъект (партия йәки үҙ-үҙеңде күрһәтеү) күрһәтелгән.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы аңлатма биреүенсә, бюллетендәге бөтә мәғлүмәт ҡануниәттә талап ителгән күләмдә урынлаштырылған.
Читайте нас: