Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
7 Февраль 2018, 13:51

Бала хоҡуҡтарын яҡлап

Бөгөн балаларға һәм ғаиләләргә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында иҫәптә торған, социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған үҫмерҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, һис ҡасан булмағанса, бик мөһим.

Быйыл ғинуарҙа Халыҡ Комиссарҙары Советы Декреты тарафынан балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар төҙөлөүгә 100 йыл тулды. Ошо йылдар дауамында улар балиғ булмағандар араһында берәҙәклекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү системаһында төп звено булды һәм булып ҡала, балаларҙы аяуһыҙ мөнәсәбәттән һәм уларға ҡарата көс ҡулланыуҙан, социаль өлкәнең кире йоғонтоһынан һаҡлауҙа мөһим роль уйнай.
Бөгөн балаларға һәм ғаиләләргә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында иҫәптә торған, социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған үҫмерҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, һис ҡасан булмағанса, бик мөһим. Район хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары, был вазифала егерме йылдан ашыу эшләүсе Г. М. Перепелкина менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Уңышһыҙ ғаиләләр менән эшләүҙе ойоштороу мәсьәләләренә комиссия рәйесе Закун Зөфәр улы Әхмәтов даими контроллек итә. Уның етәкселегендә төрлө эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре менән берлектә ултырыштар, кәңәшмәләр үткәрелә, балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барыла, - ти Гүзәл Мандат ҡыҙы. – 2017 йылда 22 ултырыш үткәрелде, унда 366 материал тикшерелде. 289 ата-әсә - үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн, 13 ата-әсә – балиғ булмаған балалары төнгө ваҡытта өлкәндәрҙән башҡа йөрөгән өсөн, шулай уҡ 79 үҫмер, уларҙың 40-ы иҫерткес эсемлектәр ҡулланған һәм иҫерек килеш йәмәғәт урынына килгән өсөн, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Үҫмерҙәрҙе спиртлы эсемлектәр эсеүгә йәлеп иткән туғыҙ гражданға ҡарата материалдар ҙа тикшерелде. Уҡыуҙан ситләшкән 14 уҡыусы комиссия ултырышына саҡырылды. Бигерәк тә эскән ата-әсәләргә, “йәшел йыланды” балаһынан да өҫтөн күргән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, күңел әрней.
Һуңғы йылдарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, идара итеү таныҡлығы булмай, руль артына ултырған балаларға ҡарата төҙөлгән протоколдар һаны артты. 30-ҙан ашыу административ материал тикшерелде.
- Комиссия составына ниндәй структуралар вәкилдәре инә?
- Балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия балиғ булмағандар араһында берәҙәклекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара көйләүсе орган булып тора. Уның составында мәғариф бүлеге, полиция, йәштәр, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль хеҙмәт вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениелары директорҙарының тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары бар.
Бында күп йылдар дауамында мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Минзилә Заһит ҡыҙы Ҡужиева, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙең көньяҡ-көнбайыш үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе Венера Фәнүр ҡыҙы Хәмиҙуллина, Эске эштәр министрлығының балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек етәксеһе Ирек Марат улы Шәйәхмәтов, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалының район бүлеге баш белгес-эксперты Венера Әмир ҡыҙы Фәйзуллина, 2-се һәм 4-се мәктәп директорҙарының тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары Роза Сәйфетдин ҡыҙы Марченко һәм Людмила Николаевна Стрельцова бөтә көсөн һалып, әүҙем эшләй. Уларҙың барыһы ла район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Һәр ултырышта Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең Әлшәй районындағы ярҙамсыһы С. И. Жуковская ла ҡатнаша.
Комиссияның 17 ағзаһы ла үҙ эшен балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен язаға тарттырыуға ғына ҡайтарып ҡалмай, ә уларҙың проблемаларын аңларға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙың сәбәбен асыҡларға тырыша, консультациялар бирә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә.
Беҙ балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, киләсәктә улар ата-әсәләре һайлаған насар юлдан китмәһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы асыҡлау маҡсатында балиғ булмағандар араһында берәҙәклекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү органдары вәкилдәре менән берлектә уңышһыҙ ғаиләләрҙә булабыҙ, урындарҙа баланың хәлен яҡшыртыу, балиғ булмағандар ҡатнашлығында енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ.
Читайте нас: