Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
21 Декабрь 2017, 13:46

Өй түрендә күркәм ҡунаҡ

Район үҙәгендә йәшел шыршылар һатыла башланы.Эйе, дуҫтар, тылсымлыЯңы йыл байрамы яҡынлаша һәм был тантананың төп атрибуты тураһында хәстәрлеккүрер ваҡыт етте.

Фәнис Әхмәтйәнов ҡупшы шыршы менән бергә бүләктәр ҙә алды
Фәнис Әхмәтйәнов ҡупшы шыршы менән бергә бүләктәр ҙә алды
Эйе, дуҫтар, тылсымлы Яңы йыл байрамы яҡынлаша һәм был тантананың төп атрибуты тураһында хәстәрлек күрер ваҡыт етте. Хәйер, күптәр урман һылыуын алдан уҡ һатып алырға тырыша, ә кемдер иһә был күңелле мәшәҡәттәрҙе байрам көнөнә ҡалдырыуҙы хуп күрә. Нисек кенә булмаһын, беҙҙә бөгөн үк үҙеңә оҡшаған шыршыны һатып алырға һәм ашыҡмай ғына биҙәргә мөмкин. Урман ҡупшыҡайҙары махсус урындарҙа – автовокзал, үҙәк баҙар, “Алина”, “Лоза” сауҙа үҙәктәре (Кусков урамында), “Йондоҙ” магазины эргәһендә һатыла. Ә сауҙа уңышлы барһын өсөн, ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, Тимур Йыһангиров кеүек йүнселдәр, байрам кәйефе тыуҙырырға тырыша. Күптәр өҫтөнлөк биргән ҡарағайҙы һатып алғандарға Тимур Ҡыш бабай ҡалпағы һәм Санта-Клаус итеген бүләк итә. Теләге булғандар ошонда уҡ аҡ шыршы миндектәре һатып алып, “Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!” фильмы геройҙары кеүек дуҫтары менән Яңы йыл алдынан мунсаға бара ала. Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме – хуш еҫле ылыҫ, мандарин, “Оливье” салаты һәм, әлбиттә, матур бүләктәре менән тылсымлы Яңы йыл яҡынлаша!
Читайте нас: