Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (15 – 21 март)

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда, тип киҫәтә.

ҠУҘЫ
Ығы-зығынан ситләшеп, эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Ошо арала көтөлмәгән хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Ҡайһы берҙә күптәнге бәйләнештәрҙе файҙаланырға тура килер. Мөһим эштә фекерҙәштәргә таянығыҙ.

БУҒА
Ҡапыл ябырылған тәҡдим­дәрҙән башығыҙ әйләнеүе ихтимал. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалып, көсөргәнешле эшләргә тура килер. Хеҙмәттәштәрегеҙ нервығыҙҙы ныҡлыҡҡа һынап ҡарар.

ИГЕҘӘКТӘР
Башығыҙҙы эшләтһәгеҙ, һәр йәһәттән уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тормошоғоҙҙо ла, карьерағыҙҙы ла яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Әүҙем булығыҙ. Имеш-мимешкә ышан­мағыҙ.

ҠЫҪАЛА
Танылыу яулап, ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында булырһығыҙ. Һеҙҙең менән ара­лашырға теләгән кешеләр күбәйеп китер, эшлекле тәҡдимдәр ҙә артыр. Эштә лә, шәхси тормошта ла киң мөмкинлектәр асылыр.

АРЫҪЛАН
Был аҙнала кәйефегеҙ ҙә, һаулығығыҙ ҙа шәп булыр. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Элемтә сараһындағы етешһеҙлек­тәр арҡаһында планлаштырылған осрашыу бер аҙға кисектерелер, моғайын. Ваҡи­ғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын.

ҠЫҘ
Үҙгәрештәр аҙнаһы етте, буғай. Әммә ашығырға ярамай. Ҡайһы бер хәлдәрҙе күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Проблемалар хаҡында уйланып ултырмағыҙ, уларҙы хәл итеү сараһын күрегеҙ.

ҮЛСӘҮ
Ялҡаулыҡтан арынып, яңы маҡсаттарға ынтылыу өсөн уңышлы аҙна. Алдығыҙҙа – яңы проекттар, бурыстар, пландар. Уларҙан мул ғына табыш алыу мөмкинлеге бар. Шәхси тормошоғоҙҙа күптән хыял­ланған мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килер, моғайын.

САЯН
Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеүҙә ныҡышмалылыҡ талап ителер. Эшегеҙ уңышлы булһын тиһәгеҙ, һәр мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ, шул уҡ ваҡытта тулыһынса уларға һалышып та китмәгеҙ. Шикле эштән йыраҡ тороғоҙ.

УҠСЫ
Уңышлы алға барыу өсөн шик-шөбһәләрҙән, кәмсе­лек­тәрҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Был аҙнала ғәҙәти булмаған тәҡдимдәрегеҙ ҙә ыңғай баһаланыр, яҡшы һөҙөмтә бирер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтыр­мағыҙ, һәр мәсьәләне ҡабат-ҡабат тикшерегеҙ.

ЫЛАҠ
Сәйәхәт, эш командировкалары өсөн ҡулай осор. Шулай ҙа һәр ғәмәлдә иғтибар, хатта ваҡсыллыҡ талап ителер. Эш урынында юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар, баш тартмағыҙ – килемегеҙ артыр.

ҺЫУҒОЯР
Теләгәнде түгел, ә кәрәк эште башҡарырға тура килер. Ҡулай алымды эҙләгеҙ, алтын урта­лыҡты табығыҙ. Сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ, шулай ҙа уларға мөкиббән китмәгеҙ. Яҡындарығыҙ менән һүҙгә килмәгеҙ.

БАЛЫҠ
Тормошоғоҙға йомғаҡ яһап, үҙегеҙ өсөн кемдең һәм нимәнең әһәмиәтле булыуын асыҡларға тура килер. Үҙегеҙгә тәнҡит күҙ­легенән ҡараһағыҙ ҙа, сама белегеҙ. Яҡындарығыҙҙы тыңлау менән бер рәттән, уларҙы ишетә белегеҙ.

https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-15-21-mart/
Читайте нас: