Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышты оҙатабыҙ

Ҡышты оҙатыу байрамы 14 мартта сәғәт 11-ҙә Раевка ауылының Совет майҙанында буласаҡ. “Килегеҙ, һеҙҙе күңелле тамаша көтә!” – тип вәғәҙә итә ойоштороусылар.

Март уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡыш китергә уйламай ҙа, йә ҡар яуып күҙ асҡыһыҙ буран сыға, йә ҡаты һыуыҡтары менән ҡурҡыта.
Әммә ҡыштың да көндәре һанаулы ҡалды. Күңелгә М. Ғафуриҙың шиғыр юлдары килә: “Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла, яҙ яҙлығын итә - иретә...”. Етмәһә, был аҙнала Масленица байрамы була.
Масленица – ҡышҡы йоҡонан уяныуҙы һәм яҙғы ҡояшты ҡаршылауҙы символлаштырған иң күңелле халыҡ байрамдарының береһе. Йола буйынса өҫтәлдәрҙә төп ризыҡ ҡоймаҡ буласаҡ, аҙна күңелле уйындар, йыр-бейеүҙәре, ҡыш ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланасаҡ. Улай ғына ла түгел. Йәкшәмбе мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм яҡындарыңдан ғәфү үтенеү көнө лә.
Беҙҙең районда ла Масленица үтәсәк. Ҡышты оҙатыу байрамы 14 мартта сәғәт 11-ҙә Раевка ауылының Совет майҙанында буласаҡ. “Килегеҙ, һеҙҙе күңелле тамаша көтә!” – тип вәғәҙә итә ойоштороусылар.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА
Читайте нас: