Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ ҡояшы

Яҙ ҡояшы йылы ҡараш ташлай,Һис бер ҡурҡмай ҡыштың холҡонан.Әрселер ҙә ерем аҡ ҡарҙарҙан,Уяныр ул тәрән йоҡонан.

Боҙ йөрәкле генә һалҡын төндәр
Бик ныҡ тора, һис тә бирешмәй.
Яҙғы тындар ғына тик бышылдап,
Ҡышҡа әйтә, улай килешмәй.
Яҙғы тынды һиҙҙе ғәзиз ерем,
Иркәләнде ҡояш нурынан.
Боҙ йөрәк тә ҡаршы тора алмаҫ,
Ул да ирер яҙҙың наҙынан.
Яҙ ҡояшы кереп һәр йөрәккә
Һөйөү менән тулһын донъялар.
Имен булһын, сәскә атһын ерем –
Ҡәҙерлерәк шунан ниҙәр бар.
Венера БАСИРОВА.
Аҡҡолай ауылы.
Читайте нас: