Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл ҡыҙҙары

Риф Арыҫлан һүҙҙәренә Альбина Килдейәрова яҙған был йырҙы бөтә ауыл ҡыҙҙары ла яратып тыңлай һәм сәхнәләргә сығып матур итеп башҡара ла.

Һандуғастар йырын йырлап үҫтек,

Йырламайса түҙмәй был йөрәк.

Тормош юлдары ла борма-борма

Йырлап үтеүҙәре бик кәрәк.
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары

Ауылдың уңғандары.

Йөрәк эш тиеп яна

Күңел тулы дәрт-дарман.


Ата - бабаларҙан күреп үҫтек

Ең һыҙғанып эшләп йәшәргә.

Тыуған ерҙе, йәрҙәр һөйөп йәшәү

Оло бәхет үҙе шул беҙгә.


Булғанына шөкөр тип йәшәйбеҙ

Артығы беҙгә кәрәк түгел.

Бәхет юлы яҡшылыҡта тиеп

Изгелеккә ынтыла күңел.
Читайте нас: