“Көнсығыш” салаты
150 грамм ҡаҡланған колбаса, ике помидор, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ,
ике йомортҡа, 100 грамм ҡаты сыр, майонез, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә колбаса менән помидорҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Колбаса өҫтөнә помидор һалабыҙ, ваҡланған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, майонез һылайбыҙ. Артабан бешерелгән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәреп, ҡатламға өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ майонез һылайбыҙ. Иң аҙаҡтан өҫтөнә сыр ҡырып һалабыҙ. 30 минут тирәһе һеңгәндән һуң, өҫтәлгә ҡуйырға була.
"Аҡҡош" салаты
200 г тауыҡ итен, 2 картуф, 1 һуған, 1 тоҙло ҡыяр, 3 йомортҡаны ҡатлап һалабыҙ араларына самалап тоҙ һибәбеҙ, кибет ҡаймағы йәки майонез һылайбыҙ.
Ҡатлы бәлеш
Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сүпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он кәрәк буласаҡ. Эслеккә берәр лимон, әфлисун, бер стакан шәкәр ҡомо һалына.
Өй температураһында иретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ. Йылымыс һөткә шәкәр ҡомо, сөпрә, тоҙ һалып бер аҙ тотабыҙ. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, береһен пирогтың аҫҡы өлөшө өсөн ҙурыраҡ итеп йәйәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамыр йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән әфлисунды, емештәренән таҙартып, ит турағыстан сығарабыҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп болғатабыҙ һәм өс өлөшкә бүләбеҙ.
Пирогты, ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Өҫтөнә берәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо, аҡ май, он болғатып һибергә була. Уртаһында, һауа сығарыу өсөн бәләкәй генә тишек ҡалдырабыҙ. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ.