Сысҡан (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Сысҡандар карьера баҫҡысында үрләр. Әлбиттә, тырышлыҡһыҙ булмаҫ. Әгәр ҙә элекке эш урынығыҙ уңыш килтермәй икән, ҡыйыу рәүештә яңы эш хәстәрләй алаһығыҙ. Сысҡандарҙың һаулығы зарланырлыҡ түгел, тик шулай ҙа ул ҡаҡшамаһын өсөн әүҙем спорт менән шөғөлләнегеҙ.
Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Йыл уңышлы үтһен тиһәгеҙ, Үгеҙҙәр ҙур көс һалырға тейеш. Башҡа Үгеҙҙәр менән бәхәстәр сығыуы ихтимал, үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ. Ныҡышмал икәнһегеҙ, ҙур килемгә һәм эштә маҡтауға лайыҡ булырһығыҙ. Үгеҙ һәр өлкәлә лә лидер булараҡ, бар эштә үҫеш аласаҡ. Шәхси тормошта ла барыһы ла ал да гөл.
Юлбарыҫ (1914, 1926,1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010)
Тормошто алдан әҙерләнгән “һыҙма” буйынса ғына алып барыу мөмкин түгел. Үтә ваҡсыллыҡ, артыҡ аныҡлыҡты кәметергә тура килер. Тәү сиратта Юлбарыҫтар һаулыҡтары хаҡында уйлаһын ине. Саф һауала күп булығыҙ, сәйәхәткә сығығыҙ.
Ҡуян (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 199, 2011)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар тыныс холҡо менән дан тота. Үҙегеҙгә иғтибарҙы күберәк бүлергә онотмағыҙ. Эш урынығыҙҙа һәм ғаиләлә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрөр. Аҡса иҫәп ярата, тигән мәҡәлде лә иҫтә тотоу ҡамасауламаҫ. Сәйәхәткә сығыу, спорт ярыштарында ҡатнашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, фән менән шөғөлләнеүселәргә лә уңыш юрай Үгеҙ.
Аждаһа (1916, 1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Яңы йыл Аждаһалар өсөн уңышлы барыр. Бөтә уйлағандар һәм планлаштырылған хыялдар тормошҡа ашыр, ғаиләгеҙҙә ҡот, бәрәкәт артыр. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор. Сифатһыҙ аҙыҡ-түлек ашап ағыуланыу ихтималлығы юғары, шуға һаҡ булығыҙ.
Йылан (1917, 1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Үгеҙ һәм Йылан – дошмандар. Шулай ҙа Йыландар хәйләкәр. Быйыл улар Үгеҙҙәрҙе алдатып, үҙҙәренә нисек кәрәк шулай эшләйәсәк. Был йондоҙлоҡ аҫтанда тыуғандарҙы эштә, мөхәббәт бәйләнештәрендә мотлаҡ уңыштар көтә. Карьера ла, финанс өлкәһендә лә үҫеш күренәсәк.
Йылҡы (1918, 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Үгеҙ менән Йылҡы араһында тик йылы мөнәсәбәттәр генә. Шуға ла йыл ауырлыҡтар килтермәйәсәк. Әммә бәхет тиктән генә килмәй, быны үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән ирешә алаһығыҙ. Хаталар булһа ла, яҙмыш һеҙҙе тура юлға илтер. Мөхәббәт өлкәһенә килгәндә ғаиләлеләр тағы ла нығыраҡ һөйөүгә сорналһа, яңғыҙҙар ситтә романтик бәйләнештәр булдырыр.
Кәзә/Һарыҡ (1919, 1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға төп кәңәш – үҙегеҙҙең ялҡаулығығыҙҙы еңеү. Ҙур иғтибарҙы ғаиләгеҙгә һәм яратҡан кешегеҙгә бүлегеҙ, улар һеҙгә мохтаж. Яратҡан эш, йәки хобби табыу өсөн уңайлы мәл. Ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың теләген кире ҡаҡмағыҙ. Хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау ҙа ғәмәлдәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер. Йөрәк түрендә мөхәббәт уты ҡабынып китеүе лә ихтимал.
Маймыл (1908, 1920, 1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)
Маймылдарға йыл көтөлмәгән яҡшы мәлдәр бүләк итәсәк. Абруйлы, хөрмәтле кешеләр менән аралашыу алыштырғыһыҙ тәжрибә бирәсәк. Әммә яңы танышыуҙарҙан ары тороғоҙ, улар кәрәкмәгән эштәргә этәрер. Был йондоҙлоҡта тыуғандар 2021 йылда ғаилә ҡорорға ашығыр, яңы танышыуҙар ҙа етди мөнәсәбәттәр менән тамамланыуы мөмкин. Һәр нәмәлә яңылыҡ табып, заманса фекер йөрөтөгөҙ.
Әтәс (1921, 1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Әтәстәр өсөн был ижад менән бәйле йыл. Шулай ҙа ауыр йөкләмәләрҙе үҙегеҙгә алмағыҙ. Эшегеҙҙе ҡалдырып, ҡиммәтле торлаҡ алыу ҙа күҙаллана. Алтын уртаҡлыҡты табырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып эш итегеҙ.
Эт (1922, 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
Эттәргә Үгеҙҙәр менән оҙаҡ ҡына көрәшергә тура килер. Карьералағы башланғыстар өсөн яҡшы осор түгел. Әммә мөхәббәттә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтөлә. Дәртегеҙҙең урғылып тороуы романтик бәйләнештәргә этәрер. Күсемһеҙ милек һатыу йә һатып алыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителер.
Сусҡа (1923, 1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019)
Көсөгөҙҙө ваҡ-төйәккә тәләфләмәгеҙ, һеҙҙе оло эштәр көтә. Һәр уңайлы мәлдә һикереп төшкәнсе, аныҡ пландар билдәләп, уға тура атлау отошлораҡ булыр. Дуҫтар һәм ғаилә ағзалары менән аралашҡанда, бәхәстәр сыҡмаһын тиһәгеҙ, тыйнаҡлыҡ һаҡлағыҙ. Йышыраҡ осрашыуҙарға йөрөгөҙ, күңел асыу сараларынан да баш тартмағыҙ. Мул килем алыуығыҙ көтөлә.