Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
6 Ғинуар 2021, 18:00

Раштыуа байрамы менән!

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙҙе изге Раштыуа байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Элек-электән Раштыуа байрамы – өмөт, тыныслыҡ, бәхет, татыулыҡ һәм дуҫлыҡ символдарының береһе булған. Ошо изге тантана йөрәктәрегеҙҙә йылы хистәр, ышаныс һәм шатлыҡтар ғына уятһын.

Раштыуа байрамы беҙҙе тик изге эштәргә илһамландырһын, яҡындарыбыҙға һәм тирә-йүндәгеләргә иғтибарлыраҡ булырға әйҙәһен, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм именлек алып килһен!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Фото: wallhere.com

Читайте нас: