Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
3 Ғинуар 2021, 18:10

Эшләһәң - эш ҡарышмай

Иҙән йыуған һыуҙы ла әрәм итмәнеләр - төпкө бүлмәләге шау сәскәнән торған балаҫ өҫтөнә һибеп сыҡтылар. Әйҙә,сәскәләре үҫә торһон. (Гөлнур Ғиззәтуллина).

(Һәр Яңы йылда күрһәтелә торған ,,Один дома -1" фильмының ауылса варианты. Автор.)
***
Айназ менән Дилә әлегә балалар баҡсаһына йөрөмәйәсәктәр. Карантин (уныһы нимә булалыр-бөтәһе лә шул һүҙҙе әйтә). Шуға күрә, өләсәләре алыҫ ауылдан килеп еткәнсе, бер көнгә өйҙә икеһе генә ҡала инде. Әсәләре магазинда мәмәйҙәр һата,атайҙары оло машинала оҙон юлда йөрөй-бер нисек тә өйҙә генә ултыра алмайҙар.
Әлбиттә,әсәләре көн буйы ашарлыҡ прәник,бутҡа,майлы
икмәк ,хатта тәмле генә шоколад та ҡалдырҙы өҫтәлгә теҙеп. Телевизор,компьютерға бөгөн ял икәне әйтелде-уларҙы борсорға ярамай.Шырпы,бысаҡ,энә кеүек әйберҙәр стенканың иң өҫкө бүлегенән урын алдылар .Газ-өҫтән бикләнде,ут һүндерелде.Һүрәт төшөрөргә аҡ ҡағыҙ, төҫлө ҡәләмдәр ҡалдырылды... Ҡыҫҡаһы,беренсе һаҡланыу саралары күрелде.Йәндәрен һыуырып алғандай булһа ла,атай менән әсәй,бәләкәстәрен өйҙә яңғыҙҙарын ҡалдырып,эшкә киттеләр.
-Покачук!-тине аталары.

-Пока,бәләкәстәрем!-тине әсәләре,күҙ йәштәрен йәшереп.

Бәләкәстәрем,ти ҙә тора шул әсәләре.Ниндәй бәләкәс булһын инде улар:Айназға-өс,Диләгә-биш тулды.Ҙурҙар инде! Ни эшләһәләр ҙә ҡулдарынан килә. Бөгөн дә,әсәләре сығып киткәс,һөт эсеп алдылар ҙа эшкә тотондолар.Тәүҙә эште йоҡлаған урын -ерҙәрен йыйыштырыуҙан башланылар:Дилә юрған-мендәрҙәрҙе иҙәнгә төртөп төшөрөп торҙо,ә Айназ уларҙы өҫтәл аҫтына ташыны.Шулай итеп,ике карауат та йыйыштырылды.Тиҙ генә иҙән дә йыуып алдылар:бөгөн иртән генә индереп ҡуйылған бер биҙрә һыуға таҫтамалды тығып алдылар ҙа иҙәндәрҙе,һуңынан өҫтәл-шкафтарҙы,тәҙрә төптәрен һөрттөләр.Көҙгө менән гәлсәр кәнфит һауыты ла буш ҡалманы-бөтә нәмә ялт итте. Айназ,эшкә бирелеп китеп, яңылыш һыулы биҙрәгә ултырып,салбарын еүешләгәйне-аптырап та торманы,өҫтәл аҫтындағы ,йыйыштырылған мендәргә ултырып алғас,салбары кипте лә ҡуйҙы.Баш эшләһә,егет кеше бер ҡасан да аптырап ҡалмай инде ул!

Иҙән йыуған һыуҙы ла әрәм итмәнеләр-төпкө бүлмәләге шау сәскәнән торған балаҫ өҫтөнә һибеп сыҡтылар.Әйҙә,сәскәләре үҫә торһон.

Эш бөткәс,әсәләре көҙгө алдында биҙәнеп ала торған.Дилә лә,көҙгөнөң йыуғыс теймәгән еренән ҡарап,тиҙ генә ҡәләм менән ҡашын ҡарайтып алды.Ҡәләм,Диләнең ҡыйғас ҡашынан әҙгә генә өҫтәрәк сыйылды инде,ләкин ҡыҙыҡай быға аптыраманы,дүрт ҡаш булһа ни була һуң?Айназға ла бындай ҡаш бик оҡшаны.

Асыҡтырып кителгәс, ашап алдылар,һүрәт тә төшөрҙөләр.Ә әсәләре һаман ҡайтмай ҙа ҡайтмай.Айназ да мыжый башланы.Ни һаман теге балаҫтың сәскәләре лә үҫмәй.

Дилә уйлана торғас тағы ла бер эш тапты.Соланда торған сананы алып инде. Әйҙә,балаҫ үҙенә үпкәләһен,сәскәһе үҫмәй икән-тау булһын! Һәм тағы ла ҡыҙыу эш башланды:һыуы ағып торған балаҫтың аҫтына кейем шкафындағы бөтә әйберҙәрҙе һалып сыҡтылар.Улай ғына ла бейегәймәгәс,аталарының туны ла шунан урын алды.Ләкин сана шундай матур тауҙан шыуырға теләмәне-тағы ла аҙыраҡ һыу ташырға тура килде.Дилә-сүмес,ә Айназ үҙенең көршәге менән ташыны.Көршәге барыбер тулғайны инде-ундағы байлыҡты ла тауға һиптеләр.Шә-әп тау килеп сыҡты!Мөйөштә торған тоҡтағы шәкәр ҡомон да,ап-аҡ ҡына итеп һибеп сыҡҡас,бөтөнләй данса булды.Эш ырағас ни-күңел дә күтәрелеп китте.Тағы әллә күпме пландар бар ине-әсәләре ҡайтып инеп,эште боҙҙо.

Нимә етмәйҙер инде был әсәйҙәргә?! Күпме эш башҡарып арыған һәм әсәйҙәренән маҡтау көткәнАйназ менән Диләне илай-илай үпте лә... икеһен ике мөйөшкә баҫтырҙы.Ә үҙе былай ҙа ялт итеп торған таулы-ҡарлы өйҙө йыйыштыра башланы.Кеше хеҙмәтен баһалай белмәй был өлкәндәр,белмәй...

Көнө буйы эш эшләп арыған Айназ менән Дилә ,өләсәләренең килгәнен дә һиҙмәй,мөйөшкә сүгәләп,батырҙар йоҡоһо менән йоҡлап та киттеләр.Эшең эш булһын тиһәң,арып та кителә инде,ә арығас йоҡо яҫтыҡ һорамай шул.

Дилә менән Айназды аталары күтәреп урындарына һалғанда,уларҙың ирендәрендә сабыйҙарса хәйләһеҙ йылмайыу сағыла ине.Улар төштәрендә теге шәкәр һибелгән тылсымлы тауҙан саналарында елдәй тиҙлек менән еләләр ине, буғай.

Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Фото: https://vk.com/kaurykalam?z=photo-159950434_457239452%2Fwall-159950434_445

Читайте нас: