Был байрам һәр беребеҙҙең тормошонда айырым урын алып тора. Һалҡын ҡыш көнөнә тура килһә лә, ул, ысын мәғәнәһендә күңелдәрҙе йылытырлыҡ оло тантана!
Уҙып барған йылды оҙатҡанда һәм яңы йылды ҡаршы алғанда беҙ, ғәҙәттә, артыбыҙға әйләнеп ҡарап, үткәндәргә йомғаҡ яһайбыҙ. Тормош беҙҙе сыныҡтыра, ныҡлыҡҡа һынай. Һәр йыл яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә, изге өмөттәр алып килә.
Яңы йыл да һөйөнөслө ваҡиғаларға һәм яңы осрашыуҙарға бай булһын. Ул изге башланғыстар, мөһим саралар, яҡшы үҙгәрештәр йылы булһын. Һәр йортта сәләмәтлек, татыулыҡ һәм муллыҡ тантана итһен! Һеҙгә именлек, алдағы көнгә ышаныс һәм барлыҡ теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем! Яңы 2021 йыл менән!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.