Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
30 Декабрь 2020, 16:15

Аҡлыҡ бөркөп, сафлыҡ бөркөп, ергә Яңы йыл килә...

Яңы йыл тураһында шиғырҙарҙы иҫкә төшәрәйек!

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ

Йыһандан атлай Яңы йыл,
Етеп килә ул Ергә,
Ҡаршылай уны Ҡыш Бабай
Ҡарһылыу менән бергә.

Өсәүләп ашыға улар
Һуңға ҡалмайыҡ тиеп,
Яңы йылда бар кешене
Ҡотлап алайыҡ тиеп.

Бүләкте күп тейәгәндәр
Һәр кемгә лә етерлек!
Кем ни теләй барыһы бар!
Күрһәң, иҫең китерлек!

Кемдәргәлер һаулығы бар,
Берәүҙәргә байлығы!
Тоҡтарында бәхет тә күп,
Яңғыҙҙарға парҙары!

Балаларға күстәнәскә
Тәмлекәстәр һалғандар,
Өйләнешкән парлыларға
Бәпестәр ҙә алғандар!

Бүләк итеп бирмәкселәр
Һәр кем үҙе көткәнен,
Тормошҡа ашһын ине тип
Күңел өмөт иткәнен!

Ҡаршылайыҡ Яңы йылды
Шатланайыҡ һәр көнгә!
Көн артынан йылдарҙы бит
Раббым ебәрә беҙгә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ

ЯҢЫ ЙЫЛ

Бер йыл барған үҙе хакимлеген
Иҫке Йылым бирә Яңыға,
Барлай быйыл эшләнгән эштәрен
Бүлеп уны Яҡшы- Яманға.

Ҡайһы яғы ауыр булыр уның
Бары Раббым ғына беләлер,
Беҙгә килә торған Яңы Йылға
Шатлыҡ, бәхеттәрен бирәлер.

Барлыҡ яман эштәр артта ҡалһын,
Күсһен Яңы Йылға яҡшылыҡ,
Раббым һалған Иман нурҙарынан
Керһен күңелдәргә яҡтылыҡ!

Изгелектәр булһын уйыбыҙҙа
Яңы Йылға аяҡ баҫҡанда,
Фәрештәләр Яҡшы билдә ҡуйһын
Ғәмәл дәфтәрҙәрен яҙғанда.
*****
Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ,
Йым-йым итеп ҡар көлә:
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып,
Ергә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә:
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып,
Ергә Яңы йыл килә.
Йондоҙҙар күктә бейейҙәр,
Арғымаҡтай ай елә,
Еҙ-еҙ ҡыңғырауҙар тағып,
Шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып,
Ергә Яңы йыл килә.
Ҡабул булһын бар теләктәр,
Бәхет керһен һәр өйгә,
Мең-мең ҡыңғырауҙар тағып,
Шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып,
Ергә Яңы йыл килә.
Х.Ғиләжев

Читайте нас: