*-Өйҙәге тормош-көнкүреш приборҙарын йүнәтегеҙ, шығырҙаған ишектәрегеҙҙе майлағыҙ, бушаған шөрөптәрҙе нығытығыҙ...
-Бүләктәр ҡабул итеү өсөн шкафтың бер кәштәһен бушатығыҙ, бүләктәр, көткәндәрен белеп, мул киләсәк...
– Ҡунаҡтарығыҙға бүләктәр таратҡанда, эстән генә: “Бүләктәремде саф йөрәктән тапшырам, алмашҡа яҙмышымдан бәхет һорайым”, – тип әйтегеҙ.
Май шәме менән өйөгөҙҙөң бөтә мөйөштәренән йөрөп сығығыҙ, ул кире энергияны яндыра. Был боронғо өй таҙартыу йолаһы.
– Байрам өҫтәле әҙерләгән ваҡытта барлыҡҡа килгән сүптәрҙе мотлаҡ яңы йылға ингәнсе өйҙән сығарып ташлағыҙ, сүп биҙрәһе буш булырға тейеш.
- Яңы йылды бергә ҡаршылай торған яҡындарығыҙға бүләк алығыҙ. Бында һүҙ ниндәйҙер ҙур бүләктәр тураһында бармай, дөйә генә түгел, энә лә бүләк икәнде онотмайыҡ.
- Киләһе йылға хыялдарығыҙҙы яҙып ҡуйырға онотмағыҙ! Тап бына деталенә тиклем уйлап, күҙаллап яҙылған хыялдар тормошҡа аша, ти психологтар. Һан буйынса сикләүҙәр юҡ, рәхәтләнеп хыялланығыҙ!