Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
29 Декабрь 2020, 19:20

Балғажы оҫтаһы Яңы йыл кәйефе бүләк итә

Айҙар Шарапов бына инде күп йылдар яҡындарына һәм ауылдаштарына байрам бүләк итә.

Балғажы ауылында матурлыҡҡа ғашиҡ, алтын ҡуллы оҫта йәшәй, ул йыл һайын ҡышын йорто янында ҡарҙан һәм боҙҙан мөғжизәләре һындар яһай. Бына шулай Айҙар Айтуған улы Шарапов төп Яңы йыл геройҙарына йән өрә. Иң тәүҙә тау барлыҡҡа килә, артабан һандар яҙыла, яҡынлашып килгән Яңы йыл символына ла сират етә һәм, әлбиттә, аҡ һаҡаллы тылсымсы - Ҡыш бабайҙы яһап ҡуя.

Боҙ һәм ҡар һындарҙы яһағанда Айҙар Айтуған улы бөтә фантазияһын эшкә ҡуша. Яңы йылды ҡаршы алғас та, киләһе йылға ниндәй скульптуралар эшләргә кәрәклеген алдан уйлай башлай. Шуға ла Яңы йыл тылсымсылары бер ваҡытта ла бер-береһенә оҡшамай, яңынан-яңы элементтар өҫтәлә. Материалға килгәндә иһә, уға быйыл ҡытлыҡ юҡ - байрам алдынан ғына оҫтаның бөтә фантазияһын тормошҡа ашырырлыҡ итеп ябалаҡлап ҡарҙар яуҙы.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: