Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
25 Декабрь 2020, 17:25

Алтын балыҡ бөтә теләктәрҙе үтәй

Уй-теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләһәгеҙ, алтын балыҡ эргәһенә килеп, әкрен генә хыялығыҙҙы әйтергә кәрәк.

Бының өсөн диңгеҙгә йылым ырғытырға ла кәрәкмәй. Балыҡ һәм бер нисә пингвинды бассейнлы «Виктория» физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында күрергә мөмкин. Скульптуралар идеяһы авторы - директор вазифаһын башҡарыусы В. П. Чибизов. Һыҙымдар һәм эскиздарҙы Владимир Петрович үҙе эшләгән.

Ә был композицияны яһау өсөн районда бына бер нисә йыл рәттән инде боҙ һындар, ҡарҙан төрлө мөғжизәләр тыуҙырыусы Ҡармыш ауылы оҫтаһы Баязит Хәйруллинды саҡырғандар.

Балалар бында килеп фотоға төшөргә ярата, алтын балыҡҡа иң изге хыялдарын әйтеп, теләктәренең ҡабул булыуын үтенә.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: