Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
17 Декабрь 2020, 15:30

Үгеҙ юлға сыҡты

Көнсығыш календары буйынса Аҡ Металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Үгеҙ килә.Бик ҡатмарлы, хикмәтле, “коронавируслы” 2020 кәбисә йылы аҙағына яҡынлаша. Алда – 2021 йыл. Киләһе йыл ниндәй булыр, беҙгә нәмәләр вәғәҙә итә?

Үгеҙ – көнсығыш йондоҙнамәһендә икенсе торған тамға. Легенда буйынса, арҡаһында 12 йыллыҡ йондоҙнамә циклын асҡан хәйләкәр Ҡомаҡ ултырғанлыҡтан, Будда байрамына ул беренсе булып килә алмай. Аҡыллы Үгеҙ һөмһөҙ йәнлек менән бәхәсләшеп тормай уға беренселекте биргән.
Аҡ төҫ уйҙарҙың сафлығын, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллекте аңлата. Ә тимер ныҡлыҡ һәм ышаныслылыҡты белдерә. Астрологтар Үгеҙ йылы тыныс һәм тотороҡло булыр, тип вәғәҙә итә. Был йылда шәхси мөнәсәбәттәр - мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк. Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡурҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул — яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Эштәге йәки коллективтағы үҙгәрештәрҙең хәүеф тойғолары уятыуы ихтимал. Шуны ла онотмағыҙ: киләһе йылда ең һыҙғанып, тырышып эшләргә тура килер. Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекерҙәрегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Үгеҙ – ғаиләне ҡурсалаусы, шуға күрә ғаилә татыулығы алып килер. Яңы йылды өйҙә, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән ҡаршылау яҡшыраҡ булыр. Коронавирус та сигенергә теләмәй, артыҡ аралашыу ҙа хәүефле.
Өйҙө нисек биҙәргә
Яңы йыл алдынан, әлбиттә, өйҙө йыйыштырырға, иҫке әйберҙәрҙән ҡотолорға кәрәк. Йәшәгән урында ғына түгел, ә уйҙарыңды, аҡса эштәрен һәм йөкләмәләрҙе лә тәртипкә килтереү бик мөһим.
Үгеҙ сағыу төҫтәрҙе, бигерәк тә ҡыҙыл төҫтө, яратмай. Шуға күрә өйҙө биҙәгәндә тыныс тондарға өҫтөнлөк бирергә, күберәк тәбиғи әйберҙәр ҡулланырға кәрәк. Етен ашъяулыҡтар һәм салфеткалар, тәбиғи материалдарҙан - бесән бәйләме, тубырсыҡ, ботаҡтарҙан декор эшләү мөһим. Шыршыны ла мишура һәм уйынсыҡтар менән артыҡ биҙәү кәрәкмәй.
Кейем һайлайбыҙ
Үҙ һүҙле Үгеҙгә асыҡ төҫтәр оҡшай. Шулай уҡ ялтыр күк, асыҡ һоро, һарғылт, һөт төҫө, бәҫ төҫтәр урынлы. Кейемде аксессуарҙар– ағас, таш һәм төрлө металл биҙәүестәр меән байытыу мотлаҡ.
Нимә бүләк итергә?
Фото: god-byka.ru
Читайте нас: