Был байрам әсәйҙәрҙең барлыҡ изгелектәре, һөйөүе һәм хәстәрлеге өсөн сикһеҙ рәхмәт белдереү өсөн тағы ла бер яҡшы мөмкинлек ул. Балалар тәрбиәләгән һәм тәрбиәләүсе бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙур хөрмәткә лайыҡ. Был ысын мәғәнәһендә иң изге һәм мәрхәмәтле хеҙмәт. Әсә көнөндә аҡыллылыҡ, күңел йомартлығы, эшһөйәрлек һәм түҙемлелек өлгөһө булған бөтә ҡатын-ҡыҙ-әсәләргә дан йырлайбыҙ, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ғаилә бәхете теләйем! Көндәлек хеҙмәтегеҙ балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың хәстәрлеге һәм һөйөүе булып әйләнеп ҡайтһын. Көләс йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.