Был байрам халыҡтар берҙәмлеген, Тыуған илебеҙгә сикһеҙ һөйөүҙе, тарихи уртаҡлығыбыҙҙы һәм Башҡортостандың көслө, ҡеүәтле булыуын кәүҙәләндерә. Беҙҙең ғорурланыр ҡаҙаныштарыбыҙ күп: ҙур сәнәғәт, бай мәҙәни традициялар һәм спорт еңеүҙәре, ә иң мөһиме, күп милләтле, дуҫ һәм татыу йәшәүсе, һоҡланғыс, һәләтле һәм эшһөйәр халҡыбыҙ бар.
Тыуған төбәгебеҙҙе үҫтереүгә Әлшәй эшсәндәре лә ҙур өлөш индерә. Тырыш, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, алдағы тормошоғоҙҙа уңыштар һәм барлыҡ уй-хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дамир МОСТАФИН.