Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
3 Сентябрь 2020, 12:10

Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ

Өйҙә эшләнгән тәмле кетчуп рецебы.

Кетчуп яһау өсөн 10 килограмм помидор, ярты килограмм ҡыҙыл болгар боросо, бер килограмм алма, бер килограмм һуған, әсе борос (ныҡ әсе яратмаһағыҙ, берәү ҙә етә), тоҙ, бер стакан шәкәр, дүрт аш ҡалағы шарап һеркәһе кәрәк.

Тәүҙә алмаларҙы, болгар боросон орлоҡтарынан таҙартып турап кәстрүлгә һалабыҙ. Әсе боросто таҙартмайынса бүлгеләп, помидорҙарҙы киҫеп өҫтәйбеҙ. Шунан талғын ғына утта йәшелсәләр бешкәнсе ҡайнатабыҙ. Иң оҙағы һуған бешә, йәшелсәләрҙең әҙер икәнен уға ҡарап беләбеҙ.

Иртәнсәккә һыуыһын өсөн кис көнө бешерергә мөмкин. Һыуығас, тәүҙә тишекле сүмес аша һөҙәбеҙ ҙә, ә икенсе ҡатҡа эре иләк аша үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас тоҙ, шәкәр, һеркә һалабыҙ. Әҙер кетчупты стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас ябып нығытабыҙ.

Әгәр ғаиләгеҙ ҙур булмаһа, ингредиенттарҙы уртаға бүлеп, йәғни яртылаш ҡына эшләргә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: handyhands.space

Читайте нас: