Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алдағы көндәр ниндәй буласаҡ?

Был аҙна быйылғы йәйҙең иң эҫе аҙнаһы булмаҡсы

Шаршамбы, кесе йома һәм йома көндәрҙең болотһоҙ тороуы күҙаллана. Һөҙөмтәлә республиканың үҙәк райондарында хатта 30 градуслыҡ эҫе көндәр көтөлә. Ә киләһе шәмбе, йәкшәмбе иһә ямғырһыҙ йәшендәр һәм 29 градус йылылыҡ күҙаллана.

Был аҙна, шулай итеп, быйылғы йәйҙең иң эҫе аҙнаһы булмаҡсы. Бер уйлаһаң, 30 градус эҫелек - беҙҙең төбәк өсөн ғәҙәти хәл. Метеокүҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, йәйҙең икенсе айы, ғәҙәттә, йылдың иң йылы мәле булыусан.

Читайте нас: