Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ҡара диңгеҙгә юл асыла

Ҡара диңгеҙ буйына барып, уның шифалы тоҙло һыуында ҡойоноп ҡайтырға мөмкинлектәр асыла.

Был һорау күптәрҙе борсой ине. Ҡара диңгеҙ буйына барып, уның шифалы тоҙло һыуында ҡойоноп ҡайтырға мөмкинлектәр асыла. Краснодар крайы губернаторы Вениамин Кондратьев белдереүенсә, үҙизоляция режимы 21 июндән йомшартыласаҡ. Туристарҙы ике аҙнаға үҙизоляцияға һәм обсерваторға ебәреү булмаясаҡ.

"21 июндән Краснодар крайына килеүселәрҙең бөтәһенә лә контролде кәметергә планлаштырабыҙ. Беҙҙә шифахана-курорттар ғына түгел, бүтән өлкәләргә ҡараған күпселек предприятиелар ҙа эшләй. Әлбиттә, температура үлсәү һәм коронавирусҡа тест биреү мотлаҡ буласаҡ. Тағы беҙ туристарҙың ҡайҙа ял итеүҙәрен дә белергә тейешбеҙ", - ти ул.

Ә берәй шифаханала COVID-19 йоҡторған кеше булыуы асыҡланһа, карантинға ябасаҡтар.

Фото: fotovmire.ru

Читайте нас в