*Һаулығыңды һаҡла: тән сәләмәтлеге – йән бөтөнлөгө.
*Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.
*Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш.
*Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.
*Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һаранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.
*Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәлдәрҙәге, аралашыуҙағы, туҡланыуҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.
*Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.