Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (11 – 17 май)

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда, тип киҫәтә.

ҠУҘЫ
Барыһы ла эшкә һәләтегеҙгә һәм кеше менән аралаша белеүегеҙгә бәйле. Ҡәтғи ғәмәлдәрҙе кисектереп тороғоҙ. Был арала бурысҡа алмаҫҡа, бәхәскә инмәҫкә, кәңәш бирмәҫкә тырышығыҙ.
БУҒА
Аҙна барышында байтаҡ һорауҙарға яуап таба алмай яфаланырһығыҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә хаҡлы булыуығыҙға инанһағыҙ ҙа, өндәшмәй ҡалыу хәйерле. Күптән күрмәгән танышығыҙҙан хәбәр килеүе ихтимал
ИГЕҘӘКТӘР
Һәр йәһәттән уңырһығыҙ. Теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә, айырыуса мөхәббәттә уңырһығыҙ. Тик маһайып китмәгеҙ, һәр ғәмәлдә сама белеү кәрәк. Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән аралашмағыҙ.
ҠЫҪАЛА
Үҙегеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға маташһағыҙ, яҡындарығыҙ менән низағ­лашырһығыҙ. Был аҙнала ашығырға кәңәш ителмәй. Мөһим ҡағыҙҙар менән эш итергә тура килер, моғайын.

АРЫҪЛАН
Мәшәҡәттәр ҡапыл артып китер. Ҡайһы берҙә сит кешенең бурыстарын үҙ иңегеҙгә алырға тура килер. Шишәмбе һәм шаршамбы һәр ғәмәлде ваҡытында башҡарығыҙ, юғиһә етәкселектән тәнҡит һүҙе ишетерһегеҙ.

ҠЫҘ
Ғаилә мөнәсәбәттәрендә “төймәне дөйәләй” итеп ҡабул итмәгеҙ, борсолорға урын юҡ. Шаршамбы ситтән ярҙам килер, байтаҡ идеяларығыҙ хуплау табыр. Аҙна аҙағында серегеҙ барыһына ла асылыр, моғайын

ҮЛСӘҮ
Был арала һеҙҙе яңы танышлыҡтар көтә. Ҡайһы берҙәренең яҙмышығыҙҙы ҡырҡа үҙгәртеп ебәреүе лә ихтимал. Шаршамбы аҙ һөйләп, күберәк тыңлаһағыҙ, үҙегеҙ өсөн бик файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ.

САЯН
Башҡарған эшегеҙҙән ҙур ҡәнәғәтлек һәм мул ғына табыш алырһығыҙ. Тәғәйен ваҡытта кәрәкле урында булһағыҙ, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшерһегеҙ, етди тәҡдим яһарҙар. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә кәрәкмәгән бәйләнештәрҙән ҡотолорһоғоҙ.

УҠСЫ
Етәкселек менән етди һөйләшеү булыр. Борсолмағыҙ, шулай ҙа был сараға алдан уҡ әҙерләнеү зыян итмәҫ. Йома көн айырыуса уңышлы булмаҡсы, мәлде файҙаланып ҡалығыҙ, байтаҡ тәҡдимдәрегеҙ хуплау табыр.

ЫЛАҠ
Эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күрә башларһығыҙ. Кәрәкмәгән бәйләнештәрҙән, файҙаһыҙ осрашыуҙарҙан арынырһығыҙ. Социаль селтәргә иғтибарҙы кәметегеҙ. Яҡындарығыҙ менән боҙолған мөнәсәбәттәр ял көндәрендә яйға һалыныр.

ҺЫУҒОЯР
Уй-ниәттәрегеҙҙе сер итеп тотһағыҙ, улар тиҙ арала тормошҡа ашыр. Яңы вазифаға күсеү өсөн уңайлы осор. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килер. Йома һаҡ булығыҙ: намыҫһыҙ кешеләр һеҙҙе үҙ маҡсатында файҙаланырға маташыр.

БАЛЫҠ
Тормошоғоҙҙа киҫкен үҙгәрештәр мәле етте. Эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ: алға барыу өсөн ҡайһы йүнәлеште һайлайһығыҙ? Аҙнаның икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән аҡсаға бәйле бәхәс тыуыуы ихтимал.
Читайте нас: