Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ит менән картуфтан запеканка

Ошондай запеканка эшләп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар?

Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

Әҙерләү өсөн 1,3 кг картуф, 500 грамм ит фаршы, ике баш һуған, бер сәй ҡалағы үҫемлек майы, бер лавр япрағы, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ, 150 грамм ҡаты сыр, ҡара борос, аҡ май, тоҙ кәрәк.

Башта картуфты таҙартып, тоҙло һыуҙа лавр япрағы һалып бешерәбеҙ. Шунан үҫемлек майында һуған менән ит фаршын тоҙлап, борослап ҡыҙҙырабыҙ. Бешкән картуфтың һыуын һарҡытып иҙәбеҙ. Шунан форманы аҡ май менән майлап, картуфтың бер өлөшөн һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған фарш өҫтәйбеҙ ҙә, тағы ла картуф менән ҡаплап, сыр ҡырып һалып, мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә эҫе килеш бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: